Һуғыш үтте, һағыш ҡалды
21 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һуғыш үтте, һағыш ҡалдыКурск алышының 70 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, Курск ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивален асыу тантанаһы үткәйне.
"Еңеү салюты” фестивале 2015 йылдың икенсе яртыһында Мәскәүҙә театрлаштырылған гала-концерт менән тамамланасаҡ. Ошо фестиваль сиктәрендә 13 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында "Еңеү салюты” смотр-конкурсы үтте. Унда районыбыҙ ауылдарынан үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре, төрлө ансамблдәр, коллективтар, халыҡ театрҙары ҡатнашты.

Өмөтлө ҡәләм
07 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡыш
Бөтә ер ап-аҡ булған,
Бөтә ерҙе ҡар япҡан.
Урманда ағастар ҙа
Ҡышҡы йоҡоға талған.
Айыу йоҡлай өңөндә
Табанын имә-имә,
Ҡуян кейгән аҡ тунын,
Ҡыш килеп еткәс кенә.

Күңеле тулы моң ғына
07 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңеле тулы моң ғынаКүңел ҡылдарына сиртеп, хистәрҙе сайпылдырып сихри ҡурай моңо ағыла. Зал тын ҡалып ошо илаһи моңдо тыңлай. Был мәлдә донъя мәшәҡәттәре бөтөнләй онотолоп, уй-тойғолар серле киңлеккә, хыялдағы иң бейек йондоҙҙарға ынтыла. Ҡурай моңо залдың таш стеналары аша үтеп алыҫ-алыҫтарға тарала һымаҡ. Көҙгө елдәр уны ялан-ҡырҙарға, урман-тауҙарға алып китә. Ошо моңда әллә ҡасан, үткән заманда булып үткән хәл-ваҡиғалар ҙа, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәктең үҙе лә сағылып ҡалғандай. Тамаша залындағы кешеләр генә түгел, бар йыһан иҫе китеп тыңлай кеүек бөгөн ҡурай моңон.

Өмөтлө ҡәләм
23 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әсәйем
Минең уңған әсәйем,
Минең матур әсәйем,
Ул янымда булғанда,
Мин шатланып йәшәйем.

Халыҡ моңон халыҡҡа еткереүсе
23 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Туймазы ҡалаһында халыҡ йы-ры башҡарыусыларҙың "Оҙон көй” халыҡ-ара конкурсы булып үтеүе, унда яҡташыбыҙ, Красноусол ауы-лынан Рәмил Сәйфуллиндың оло еңеү – "Гран-при” яулауы хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Уның хаҡында күберәк белеү һәм конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашыу маҡсатында уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 81 82 83 84 85 86 87 88 89 ... 96