Әҙәбиәт күгендә уның да йондоҙо балҡый
09 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әҙәбиәт күгендә уның да  йондоҙо балҡыйРайоныбыҙ илгә бик күп талантлы шәхестәр биргән. Айырыуса әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә уңышҡа өлгәшеүселәр бихисап. Шулар араһында күренекле прозаик, журналист, драматург Шакир Насиров айырым урын алып тора.

Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
27 февраля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...Бығаса хәтеребеҙҙә булмаған ваҡиға - метеорит яҡтыһының сағыулығына шаһит булған көндө, Сәйетбаба урта мәктәбендә һағышлы ла, яҡты ла кисә уҙҙы. Яҙыусы, ғалим яҡташыбыҙ Әнүр Вахитовтың тыуыуына 80 йыл айҡан-лы Хәтер кисәһе ине ул. Сараға райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар, китапханасылар, шәхесте күреп белгән замандаштары, дуҫтары, шәкерттәре, туғандары, республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында эшләүсе яҡташ журналистар йыйылды.

Мин үҙемә нисек итеп икенсе исем таптым?
16 февраля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

(Уйынлы-ысынлы)
Һәр кемдең мулла ҡушҡан исеме була. Атай-әсәйем миңә лә яратып Альберт тип ҡушҡан. 22 йәшемә тиклем ошо исемем миңә оҡшап килде. Анау йүнһеҙ ГАИ булмаһа, биллаһи тип әйтәм, әле лә шул исемемдә йөрөп ятҡан булыр инем. Эйе, барыһына ла шулар ғәйепле.

Конкурс тамам
09 февраля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңы йылды ҡаршы алғанда иғлан иткән "Юморесканы яҙып бөт” конкурсына йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Шуныһы шатлыҡлы: бәйге гәзитебеҙҙең матур йолаһына әйләнә бара, уның йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүе, хатта даими авторҙар барлыҡҡа килеүе шуға дәлил.

Ҡыш бабай бүләге
09 февраля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

(Дауамы)
Әбейе иҫерек ҡартын әрләй-әрләй етәкләп, индереп карауатҡа һалды.
- Ҡайҙа һинең майшәмең, шырпыларың? Донъя бөткәс, был шыршың нимәгә кәрәк?
1 айлыҡ пинсе аҡсаһын эсеп бөтөрҙөңмө?..
Ҡарт әллә нимәләр мығырҙаны ла, йоҡлап китте, төш күрә башланы:
…Бына улар икәү. Бәхти ҡарт менән Ғилман (шешәләш дуҫтар) ҡултыҡлашып урам буйлап бара. Береһе ауһа, икенсеһе торғоҙа. Шулай бара торғас, кинәт бөтә донъя ҡараңғыланып китте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92