төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
26 февраля 2014 йыл | Яңылыҡтар

Балаларҙы һөйөндөрҙөгөҙ, рәхмәт!
Ноябрь - ғинуар айҙарында районда уҙғарылған "Ҡаршылыҡтарҙы ватып” Хәйриә акцияһында әүҙем ҡатнашҡан ойошмалар етәкселегенә, бигерәк тә Ф.Һ.Зәйнетдиновҡа (район ветстанцияһы), М.Ә.Иҙрисовҡа (130-сы һөнәрселек училищеһы), Ш.Н.Хәбибуллинға (мәғариф бүлеге), Ф.М.Кинйәғоловҡа (мәҙәниәт бүлеге) бар йөрәктән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Улар тапшырған бүләктәр инвалид балаларҙың йөрәктәрендә өмөт сатҡылары уятып, яндарында изгелексән һәм эскерһеҙ кешеләр булыуын оҙаҡ аңғартып торор.
Ғафури районы Комплекслы үҙәге.  
Һөнәрселек училищеһы
таланттары еңеүҙәр яулай
14 февралдә Өфөлә республиканың башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үҙешмәкәр-сәнғәт ижады коллективтарының "Сәнғәт донъя-һына инәм” Х юбилей конкурсы үтте.
Унда 130-сы һөнәрселек училищеһының "Йәйғор” бейеү ансамбле ҡатнашып, III дәрәжә лауреат Дип-ломы менән бүләкләнде, ә ансамбль етәксеһе Илшат Хәбибуллин "Хореография. Педагог-соло” номинацияһында 1-се урын яуланы. Конкурста әүҙем ҡатнашҡан Владимир Ларионов "Вокал соло”, ә "Гөлкәй” вокаль ансамбле "Вокал” номинацияларында Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Конкурсты БР Мәғариф министрлығы уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәни үҙәге менән берлектә ойошторҙо.
Лилиә ӘХТӘМОВА,
130-сы һөнәрселек училищеһы директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Красноусол командаһы- турнир еңеүсеһе
Күптән түгел В.И.Воробьев кубогына ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса район турниры үтте. Быйыл традицион ярышҡа яңылыҡ та индерелде, ойоштороу комитеты турнирҙы Асыҡ итеп уҙғарырға ҡарар итте һәм унда Ауырғазы, Архангел райондары командалары ҡатнашты.
Турнир Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәптәрҙең спорт залдарында барҙы. Еҙем-Ҡаран һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләре 3-4 урындарға эйә булды. Уйын 2:0 иҫәбенә Сәйетбаба командаһы файҙаһына тамамланды.
Красноусол һәм Архангел районы волейболсылары 1-2 урындар өсөн финалда осрашты. Көсөргәнешле уйын аҙағына яҡынлашты һәм 2:0 иҫәбе менән Красноусол командаһы еңеү яуланы. Турнир һөҙөмтәләре
буйынса 1-се урын Красноусол командаһында, 2-се урынға Архангел районы, 3-сө урынға Сәйетбаба ауыл биләмәһе командалары лайыҡ булды.
Ойоштороу комитеты ярышта ҡатнашыусыларҙы туҡландырыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәре өсөн "Урожай” КХ-һына (етәксеһе - Н.М.Хисаметдинов), Красноусолдағы 3-сө мәктәп хакимиәтенә (директор А.С.Рудкевич) рәхмәт белдерә.
Ленар СӘЙФУЛЛИН,
Спорт һәм туризм секторы белгесе.