Йәштәр байрам итәсәк
25 июня 2014 йыл | Яңылыҡтар

Йәштәр байрам итәсәк
28 июндә район хакимиәте алдындағы майҙанда Йәштәр көнөнә арналған  байрам саралары үтәсәк. Байрамға килеүселәр өсөн төрлө спорт саралары, балаларға күңелле уйындар ойоштороласаҡ, матур концерт күрһәтеләсәк. Сара күңелле дискотека менән тамамланасаҡ. Байрам 20.00 сәғәттә башлана.
Түләүһеҙ юридик ярҙам
27 июндә Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы Бөтә Рәсәй түләүһеҙ юридик ярҙам көнө ойошторасаҡ. Бындай сара районда ла үтәсәк. Район прокуратураһы, адвокатура, Росреестр хеҙмәткәрҙәре, юристар һәм башҡа яуаплы белгестәр килеүселәрҙе район хакимиәтенең (Красноусол, Октябрь урамы, 2) ултырыштар залында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тик-лем ҡабул итәсәк.
Аграр университет саҡыра
Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының бюджет нигеҙендәге ситтән тороп уҡыу бүлегенә абитуриенттар ҡабул итеү ваҡыты үҙгәрҙе. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, ситтән тороп уҡыу бүлегенә инеү өсөн документтар 20 июндән  13 июлгә тиклем ҡабул ителә. Ҡабул итеү имтихандары 14-21 июлдә үтәсәк. Октябрь-ноябрь айҙарында иһә коммерция нигеҙендә уҡыуға ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Махсус һөнәри уҡыу йортон тамамлаусылар бер фән буйынса ғына әңгәмәләшеү нигеҙендә ҡабул ителәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте уҡыу йортоноң (www. bsau. ru)  һәм ситтән тороп уҡыу факультетының (fzo. bsau.ru) рәсми сайтында алырға була.
=Акция
"Һин яңғыҙ түгел!"
Рәсәй почтаһы оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән "Һин яңғыҙ түгел!" социаль акцияһын үткәреү тураһында иғлан итте.
16 июндән 1 октябргә тиклем элемтә бүлексәләрендә туғанһыҙ яңғыҙ ҡалған ололарға рәхмәт һүҙҙәре сағылған адресһыҙ открыткалар һәм хаттар ҡабул ителә. Ошонда уҡ пенсионерҙар өсөн матбуғат сараларына яҙылырға, аҡса күсерергә, әйберҙәр тапшырырға мөмкин. Социаль учреждениеларға кәрәкле ҡорамалдар, ваҡ-төйәк исемлеге Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми-
нистрлығының Интернет селтәрендәге http://mintrudrb.ru сайтындағы "Хәйриәлек" бүлегендә урынлаштырылған.
Акция 1 октябрҙә - Ололар көнөндә тамамлана. Йыйылған хаттар, открыткалар һәм бүләктәр адресаттарға ебәрелә.
- Был проект өлкәндәр араһындағы яңғыҙҙар мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтеү мөмкинлеген бирә, быуындар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуға булышлыҡ итә, - тине "Рәсәй почтаһы"ның Башҡортостан филиалы директоры Ирек Ғәлимов. - Ололар көнө йылына бер тапҡыр билдәләнә. Әммә өлкән йәштә терәк-таянысһыҙ ҡалған кешеләр тураһында оноторға ярамай.
"Һин яңғыҙ түгел!" акцияһы республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә 2012 йылдан уҙғарыла. Ул Рәсәйҙәге иң яҡшы социаль проекттарҙың береһе тип танылды.
 Социаль ярҙам
алыусыларға
"Ауыл ерендә һәм эшселәр ҡасабаһында йәшәүсе һәм эшләүсе белгестәргә социаль ярҙам күрһәтеү саралары тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, айлыҡ компенсация түләүҙәре өсөн документтар ҡабул итеү 30 июндә тамамлана. Ошо көнгә тиклем документтарын тапшырып өлгөрөүсе белгестәр айлыҡ компенсация түләүҙәрен 2014 йылдың 1 ғинуарынан алыу хоҡуғына эйә була. Билдәләнгән көнгә документтарын тапшырып өлгөрмәүсе белгестәргә  айлыҡ компенсация түләүҙәре 1 июлдән мөрәжәғәт иткән айҙан башлап түләнә.
Рамазан МӨХӘМӘТШИН,
Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү идаралығының район буйынса начальнигы.