төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
30 июля 2014 йыл | Яңылыҡтар

"Трактор” операцияһы башланды
21 июлдә Башҡортостанда үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланғанда ҡағиҙә боҙоуҙы киҫәтеү маҡсатында "Трактор” операцияһы башланды. Ул 22 авгусҡа  тиклем дауам итәсәк.
Сараның төп маҡсаты – кешеләр тормошо һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу, милекте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Операция барышында машиналарҙың төҙөклөгө, агрегат номерҙарының теркәлгән мәғлүмәттәргә тура килеүе, водителдең машина менән идара итеү таныҡлығы барлығы тикшереләсәк. Үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙан тыш уларҙың тағылмаларына айырым иғтибар бүленәсәк.
Төркиәнең "А” телеканалы Сәйетбабала
21 июлдә Сәйетбаба ауылы халҡы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Мәғәфүр улы Кинйәғолов етәкселегендә Төркиәнең Стамбул ҡалаһынан килгән «А» төрөк каналы телевидение хеҙмәткәрҙәрен ҡаршыланы.
«Ынйылар» балалар бейеү ансамбле ҡыҙҙарының «Ҡыҙҙар байығы» бейеүе (етәксеһе Гәүһәр Байбулдина), «Йондоҙсоҡтар» балалар йыр ансамблендә шөғөлләнеүсе балаларҙың «Түңәрәк таҡмаҡтары» йыры (етәксеһе Рәүилә Юлбарисова), «Асанай» халыҡ фольк-лор ансамбленең сағыу сығыштары, шулай уҡ тирә-яҡҡа балаҫ һуғыу оҫтаһы булып дан алған Рабиға апай Йәрмиева, Ҡаранйылға ауылынан күп умарта тотоусы, оҫта ҡортсо Риназ Вәлиевты «Gezgen» тапшыры-уына төшөрҙөләр. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Хәннән Зәкир улы Байбулдин, Илһам Хәннән улы Байбулдин һәм Рәүилә Хатмулла ҡыҙы Лоҡманова Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте, уның эшһөйәр халҡы, мәҙәниәте һәм башҡорт халҡының фольклоры менән яҡынданыраҡ таныштырҙы.
Рәүилә Юлбарисова,
Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Йәш геологтар –
республика ярышында
Архангел районында "Йәш геологтар” 28-се рес-публика слеты үтте һәм унда беҙҙең Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.
Балалар ялан лагерында йәшәне, Асҡын боҙ мәмерйәһе, "Ассы” шифаханаһы кеүек күренекле урындарға сәйәхәт иттеләр. Слет ваҡытында минералогия, палеонтология, геологик маршрут, геологик күргәҙмә һ.б. төрҙәр буйынса олимпиада үтте. Дөйөм алғанда, ялан профилле лагерының программаһы бик бай ине. Балалар унан йылы тәьҫораттар менән ҡайтты, ҡайһылары геологияға тәүге уңышлы аҙымдары өсөн ҡиммәтле бүләктәр ҙә алды. Команданы слетҡа Балалар ижады үҙәге педагогы А.Р.Миңлебаев әҙерләне, уға С.В.Бакаева ярҙам итте.
"Йәш геологтар” республика ялан лагерында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн команда ағзалары грамоталарға лайыҡ булды һәм улар яңы сараға - Өфөлә үтәсәк профилле олимпиадаға әҙерләнә.
Гөлназ БАЛТАЕВА,
Балалар ижады үҙәгенең
туристик-крайҙы өйрәнеү бүлеге мөдире.