Яңы состав һайланды
12 августа 2015 йыл | Яңылыҡтар

Ғафури районы муниципаль район Советы эргәһендәге Йәштәр советы составын яңыртты.
Положениеға ярашлы, совет составында 9 кеше булырға тейеш. Район Советы ултырышында уның составына 6 кеше (3-өһө – район хакимиәте башлығы һәм шул тиклеме үк Муниципаль район Советы күрһәтеүе бу-йынса). Дүртенсе саҡырылыш Йәштәр советының беренсе ултырышында тағы ла өс ағза раҫланды.
Ултырышта шулай уҡ Йәштәр советы рәйесе – Рәзил Мәжит улы Хәкимов, комиссиялар  рәйестәре: социаль-гуманитар мәсьәләр буйынса – Лилиә Зөфәр ҡыҙы Сәйғафарова, йәмәғәтселек менән бәйләнеш, мәғлүмәт, эшҡыуарлыҡ һәм туризмды үҫтереү буйынса – Рәзимә Мәжит ҡыҙы Мөхәтова, яуаплы секретарь – Зөлфиә Хәйҙәр ҡыҙы Басариева һайланды. Һәр комиссияның урынбаҫары һәм секретары ла тәғәйенләнде.
Йәштәр советының 2015 йылға эш планы раҫланды. Ултырышта Муниципаль район Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова ҡатнашты.