Яңы китап донъя күрҙе
12 августа 2015 йыл | Яңылыҡтар

Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап” нәшриәтендә яҡташыбыҙ, Ҡауарҙы
ауылы ҡыҙы Миңлегөл Тайсинаның (Нәзирова) "Бала саҡ күҙҙәре” исемле китабы баҫылып сыҡты.
"Йәштәр тауышы” серияһында донъя күргән китапҡа яҡташыбыҙҙың тыуған яҡ һөйөүе менән тулған шиғырҙары тупланған. Миңлегөлдең исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул 2000 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән "Илһам шишмәләре” фестивалендә "Мин –лирик” номинацияһында еңеү яулағайны. "Табын” гәзите эргәһендә эшләп килгән "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең "Тыуған яҡ моңо” тип аталған йыйынтығында ла (2000 йыл) уның шиғырҙары урын алған.
Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙы БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң аспирантурала уҡый. Бөгөн "Аҡбуҙат” журналында бүлек мөхәррире булып эшләй, тормош иптәше Азат менән 4 бала тәрбиәләй. Балалар өсөн тәғәйенләнгән йыйынтығы "Китап” нәшриәтендә сират көтә. Яҡташыбыҙҙың ижад емеше донъя күреүе менән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.