Мөһим ваҡиғаға арналды
31 августа 2016 йыл | Яңылыҡтар, Хаттар

"Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге урындағы башҡорт ҡоролтайы менән берлектә уҙғарған сараға район ауылдарының имам-хатиптары ла саҡырылғайны. Йыйында Әмир Ишемғолов сығыш яһап, бындай сараларҙың халыҡты туплауҙа, уның рухын күтәреүҙә мөһимлеген билдәләне, бер төркөм зыялыларға үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Ошондай йыйындың тап Сәйетбабала үтеүе осраҡлы түгел. 1915-1917 йылдарҙа башҡорт милли хәрәкәтенең башында торған, БАССР төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашҡан, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлиди Сәйетбабаға йыш килеп йөрөгән. Ошо айҡанлы Сәйетбаба мәсете биләмәһендә арҙаҡлы шәхескә арнап скульптура композицияһы әҙерләнә. Шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Сәйетбаба ауылының күренекле шәхесе – Әбйәлил мулланың ҡәберен төҙөкләндереү, ауылға ингән урында аллея ултыртыу ҙа планлаштырыла. Сәйетбабаларҙың изге башланғысын башҡа ауылдар халҡы ла күтәреп алыр тип ышанғы килә.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Родина ауылы.