Мөһим мәсьәләләр ҡаралды
30 ноября 2016 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Сәфәре барышында район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, "Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Ә.М.Нуриев ҡатнашты. Ә.М.Ишемғоловҡа үҙенең һорауы менән "Тепловодоснабжение” МУП-ы начальнигы С.О.Афанасьев мөрәжәғәт итеп, Красноусолда бер нисә коммуналь объектты – Үҙәк район дауаханаһы һәм "Тирәккәй” балалар баҡсаһы ҡаҙанлыҡтарын, шулай уҡ таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау кәрәклеген әйтте. Ҙур финанс сығымдар талап иткән был проекттарҙың бик мөһим булыуын район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров та билдәләп үтте. Әмир Ишемғолов барыһын да иғтибар менән тыңлағандан һуң, мәсьәләне үҙ контроле аҫтына аласағын белдерҙе.