Утты ҡыйыуҙар, тәүәккәлдәр ауыҙлыҡлай
28 апреля 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

30 апрелдә хәүефле лә, яуаплы ла, шул уҡ  ваҡытта кешелекле һөнәр эйәләре - янғын һағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Красноусол 74-се янғын часы начальнигы Вадим Владимирович ОТМАХОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
-Беҙҙең хеҙмәт уяулыҡты, тиҙ, оператив эш итеүҙе талап итә. Шуға ла ҡайҙандыр янғын хаҡында сигнал килеү менән һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә торған дежур янғын һүндереүселәр  һанаулы секундтар эсендә еңелдән булмаған махсус кейемдәрен кейеп, ярты минут эсендә йыйынып, 18 тонна автоцистернанан торған автомашинаға ултырып янғынды ауыҙлыҡларға юллана. Барыһы ла уларҙың янғын урынына нисек тиҙ барып етеүенә бәйле, шул иҫәптән кеше ғүмере лә.  Урында иһә янғын һүндереүселәр утты һүндерә, уның эҙемтәләрен бөтөрә, кешеләрҙе һәм матди байлыҡтарҙы ҡотҡара. Ҡыҫҡаһы, үҙҙәренең барлыҡ бурыстарын үтәй. Шулай уҡ улар янғында зыян күреүселәргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә лә тейештәр.
Красноусол үҙәгендәге Маяковский урамында урынлашҡан янғын часы гарнизонында өс берәмек техникабыҙ бар. Беҙҙә янғын һүндереүселәр генә түгел, техника ла тулы әҙерлек режимында тора. Һәр иртә һайын ҡарауыл алышынғанда янғын һүндереү автомашиналары ҡабыҙылып, уларҙың эшмәкәрлеген тикшереүгә - бар узелдарына һәм компоненттарына (тормоз системаһы, двигателе һәм башҡалар) айырыуса ҙур иғтибар бирелә.
Әлбиттә, янғын һүндереүсе ут менән оҫта, ҡыйыу эш итеп кенә ҡалмай, ә көндәлек шарттарҙа ла тырышлыҡ күрһәтергә – янғын-техник, авария-ҡотҡарыу ҡоралдарын һәм ҡоролмаларҙы төҙөк хәлдә тоторға, уларҙы һынап ҡарарға һәм етешһеҙлектәрен бөтөрөргә тейеш. Бынан тыш, янғын һүндереүселәр Устав һәм инструкция талаптарына ярашлы, поста, ҡарауылда хеҙмәт бурыстарын үтәйҙәр.
Йыл башынан районыбыҙ биләмәһендә 11 янғын осрағы булды. Улар төрлө сәбәптәр менән килеп сыға. Әммә быға нигеҙҙә кешеләрҙең иғтибарһыҙлығы, һаҡһыҙлығы йәки электр приборҙары һәм ҡорамалдар менән файҙалана белмәүе сәбәпсе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ араһында профилактик эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, янғындың фажиғәле тамамланыуы - кеше ғүмере өҙөлөү осраҡтары булып тора. Быйыл район биләмәһендә ут эсендә ике кеше һәләк булды. 22 ғинуарҙа Ташлы ауылында үҙ йортонда эскән килеш тәмәке тартып, ут сығыуға юл ҡуйған ир кешенең ғүмере өҙөлдө. Ә 31 ғинуарҙа Табын ауылында   үҙ аллы хәрәкәтләнә алмаған оло йәштәге ҡатын электр приборын файҙаланғанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүе сәбәпле сыҡҡан янғын ҡорбаны булды.
Дөйөм алғанда, янғындар буйынса статистика күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа бер кимәлдә тороуы күҙәтелә. Профилактик эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә күрһәткестәрҙе контролдә тоторға мөмкинлек тыуа. Янғын һағы менән ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре шәхси секторҙа өй беренсә йөрөп, граждандар менән әңгәмәләр уҙғара, иҫкәртеү ҡағыҙҙары тарата, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай.
Беҙҙең 29 кешенән торған 74-се янғын часы коллективы дүрт сменала эшләй. Тәжрибәле янғын һүндереүселәр частың арҡа һөйәген билдәләй, бында уртаса хеҙмәт стажы 10 йыл. Улар араһында 15  һәм унан да күберәк йыл эшләүселәр, шулай уҡ яңы ғына хеҙмәт юлын башлаусылар ҙа бар. Еңел булмаған, етди эштә үҙҙәрен ысын һөнәрмәндәр итеп танытҡан Рөстәм Баймырҙин, Андрей Трофимов, Александр Саранцевтар – янғын һүндереүселәр династияһын дауам итеүселәр, Рәфис Һәҙиәтов, Дауыт Хәлиуллиндар.
Шулай уҡ беҙ районыбыҙҙың ауыл советтарында тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһы алып барған ирекле янғын дружиналары хаҡында ла онотмайбыҙ. Улар барлығы 40-лап кеше - янғындарҙы ауыҙлыҡлау, кешеләрҙе һәм матди байлыҡтарҙы ҡотҡарыу эшендә ҙур ярҙамсыларыбыҙ. Биләмәләрҙең ирекле янғын дружиналары, ҡағиҙә булараҡ,  район үҙәгенән янғын һүндереүсе төп көс килеп еткәнсе уттың көсәйеүенә ирек бирмәй.
Янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәткәре мотлаҡ ҡыйыу һәм тәүәккәл, яҡшы физик формала,  психикаһы ныҡлы булырға тейеш. Быларҙың барыһы ла районыбыҙҙа янғындар буйынса именлекте һаҡлаусы
74-се янғын часы коллективына һәм ирекле янғын һүндереүселәргә хас сифаттар.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ янғын һүндереүселәрҙе һәм ветерандарыбыҙҙы, шулай уҡ уларҙың ғаиләләрен һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм "ҡоро еңсәләр” теләйем.
Индира ИШКИНА яҙып алды.