Йәмәғәт тыңлауы була
29 сентября 2017 йыл | Яңылыҡтар

"Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыу буйынса йәмәғәт тыңлауы 2017 йылдың 30 октябрендә 11.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 863-сы йорт (БР Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ултырыштар залы) адресы буйынса үтә, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
"Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыу тураһында ентекле материалдар http://dooptrb.ru/proekt-polozheniya-o-prirodnom-parke-zilim/ сайтында урынлаштырылған.
Белешмәләр һорап БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре менән эшләү һәм биотөрлөлөк бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Рөстәм Динар улы Ғәлимовҡа: 8(347) 218 – 03- 87; galimov.r@bashkortostan.ru мөрәжәғәт итергә.