Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит
14 ноября 2017 йыл | Яңылыҡтар

Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр итРеспубликала "Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының икенсе этабы старт алды. 13 ноябрҙән республика министрлыҡтары һәм ведомстволарында "ҡыҙыу бәйләнеш”тәр эшләй башланы.
Һәр бер шылтыратыу һәм һәр төрлө хәбәр мөһим, сөнки тап үҙ ваҡытында еткерелгән мәғлүмәт наркотиктарҙы таратыу һәм ҡулланыуға ҡаршы көрәштең иң ҡулай сараһы булып тора. Һеҙҙең шылтыратыуҙы полиция бүлектәренең һәр ҡайһыһында ҡабул итәсәктәр. Бынан тыш, Башҡортостан Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны 8(347) 279-32-92 эшләй, уның буйынса республикала йәшәүсе һәр кем тыйылған ағыуҙы ҡулланыу, таратыу осраҡтары, наркопритондар хаҡында һөйләргә һәм наркоманияны профилактикалау буйынса белгестәргә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ҡабул ителгән мәғлүмәттең барыһы ла мотлаҡ тикшереләсәк, йәшеренлек гарантиялана.
Сараны ойоштороусылар граждандарҙың әүҙем социаль ҡарашына ышана. Яңғыҙ яугир яу ҡайтармай, тигәндәй, полиция хеҙмәткәрҙәре наркомания проблемаһын бергәләшеп һәм хәбәрләшеп кенә хәл итергә мөмкин, тип билдәләй.
БР Эске эштәр министрлығының наркотиктар
әйләнешенә контроллек итеү Идаралығы.