Аҡкүлдә – социаль йәрминкә
14 ноября 2017 йыл | Яңылыҡтар

Аҡкүлдә – социаль йәрминкә17 ноябрҙә ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе Аҡкүл мәҙәниәт йортонда йәрминкә-күргәҙмә ойоштора.
Сара барышында сәләмәтлек зонаһында медицина хеҙмәткәре антропометрия үлсәмдәрен аласаҡ һәм ҡан баҫымын  үлсәйәсәк, социаль ярҙам күрһәтеү зонаһында консультациялар биреләсәк (ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам бүлексәһе, "Изгелек шишмәһе” автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы, район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы белгестәре, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова, контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында хәрби комиссариат вәкиле М.К.Йәнбәков), хеҙмәт баҙары зонаһында эш урындары йәрминкәһе, ра-йон буйынса мәшғүллек үҙәгенең презентацияһы үтәсәк, тиҙ социаль ярҙам зонаһында мохтаждарға, шул иҫәптән аҙ килемле граждандарға өҫ кейемдәре таратыласаҡ, бушлай сәс киҫтерергә мөмкин буласаҡ.