Страховка иғәнәләрен түләү
14 ноября 2017 йыл | Яңылыҡтар

Страховка иғәнәләрен түләүФизик шәхестәргә түләүҙәр башҡармаған шәхси эшҡыуарҙар, шәхси ҡабул итеү менән шөғөлләнеүсе адвокаттар, нотариустар һәм башҡалар мотлаҡ пенсия страховкаһына һәм медицина страховкаһына, эшҡыуарлыҡ йәки башҡа эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, билдәләнгән күләмдә страховка иғәнәләрен түләргә бурыслы.  
Йыллыҡ килем 300 мең һумдан артмаған осраҡта 2017 йылда пенсия страховкаһына түләү иғәнәһе 23400 һум (7500 һум х 12 ай х 26%), мотлаҡ медицина страховкаһына 4590 һум (7500 һум х 12 ай х 5,1%) тәшкил итә. Уларҙы 2017 йылдың 31 декабренә тиклем түләргә кәрәк.
Әгәр йыллыҡ килем 300 мең һумдан артып китһә, мотлаҡ пенсия страховкаһына түләнгән страховка иғәнәһенә килемдең 1 проценты ҙурлығында, ләкин 187 мең һумдан күберәк түгел (7500 һум х 12 ай х 8 х 26%)  өҫтәп түләүҙәр (2018 йылдың 1 апреленә тиклем) ҡаралған.
Страховка иғәнәләрен түләү ҡағыҙҙарын Рәсәй федераль һалым хеҙмәте сайтында (www.nalog.ru) "Һалымыңды түлә” сервисы аша тултырырға мөмкин.