Ҡотлайбыҙ!
14 ноября 2017 йыл | Яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!10 ноябрҙә Өфө ҡалаһында республика ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө тантаналы шарттарҙа билдәләнде. Унда район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров етәкселегендә ра-йон делегацияһы ҡатнашты.
Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһап, алдынғыларҙы бүләкләне. Улар араһында райондаштарыбыҙ ҙа бар. "Восход-СТ” йәмғиәтенең генераль директоры Руслан Зәки улы Бакиров "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.  "Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алдынғы комбайнсыһы, Яугилде ауылы уҙаманы Альберт Тимербай улы Мөхәмәтҡолов "Шевроле Нива” автомашинаһы менән бүләкләнде. Әйткәндәй, бындай ҙур бүләк республика буйынса тик 10 алдынғы комбайнсыға ғына тапшырылды. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!