Юлдар төҙөк булһын
05 декабря 2017 йыл | Яңылыҡтар

Юлдар төҙөк булһынЮлдарҙың тигеҙ, төҙөк булыуы бик тә мөһим. Бына, нисәмә йылдар көтә торғас, Үзбәк ауылының Дуҫлыҡ урамын да тәртипкә килтерҙеләр.
Был урамды яҙлы-көҙлө йырып сыҡҡыһыҙ ине. Аллаға шөкөр, яҡшы кешеләр бар икән әле. Ауылдың хөрмәтле кешеһе Зәкиә апай Башарова ғариза менән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенең элекке башлығы Айҙар Исмәғилевкә мөрәжәғәт итә. Һәм был урам юлын төҙөкләндереүҙе ағымдағы йыл планына индерәләр. Ниһайәт, ауыл биләмәһенең хәҙерге башлығы Нурсилә Хәсәнова етәкселегендә был эш бойомға ашырылды.
Юлды ремонтлауҙа район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы (етәксеһе З.М.Хафизов) эшселәре тырышлыҡ күрһәтте. Уларға халыҡ бик рәхмәтле.
Шулай уҡ Яңы Ерек – Үзбәк ауылдары араһындағы юл да бик насар. Киләсәктә уны ла ремонтлаһалар, үзбәктәр бик тә һөйөнөр ине.
Миңзилә РӘХИМОВА,
Рәүеф САДИҠОВ,
Айгөл ӘБДЕЛМӘНОВА.