Тауыш та бирҙеләр, концер та ҡаранылар
18 марта 2018 йыл | Яңылыҡтар

Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл һәүәҫкәрҙәре һайлауға килеүселәр өсөн бай йөкмәткеле концерт күрһәтте. "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле, Гәүһәр Байбулдина етәкселегендә балалар бейеү ансамбле, гармунсылар ансамбле һайлауға килеүселәргә дәрт һәм илһам өҫтәне. Уҫман ауылынан килгән Илфат Мөхәмәтҡоловтың йыры ла тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Гармунсыларҙың үҙҙәре йырлап, үҙҙәре бейеп, һайлауға килеүселәрҙе лә бейетеүҙәре үҙе бер тамаша ине. Ғөмүмән, Сәйетбабала һайлау оло бер байрам төҫө алды. Һайлауға килеүселәр үҙҙәренә рухи дәрт һәм мәҙәни ял алып ҡайталар.