Мәктәптә йәрминкә үтте
18 марта 2018 йыл | Яңылыҡтар

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә урынлашҡан 1690-сы һайлау участкаһына ла халыҡ дәррәү килде. Һайлауға килеүселәр өсөн йәрминкә ойошторолдо. 1690-сы һайлау участкаһы рәйесе Винера Ҡунафина һайлаусыларҙың әүҙемлеген билдәләне һәм һайлауҙың тыныс шарттарҙа барыуын әйтеп үтте. Төштән һуң көн бер аҙ болоҡһоп, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, һайлау участкаһына халыҡ әкренләп килә. үпселек халыҡ төшкә тиклем үк тауыш биреп өлгөрҙө лә инде.