Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан
13 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 14  апрелдә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә Ғаилә йылына арнап волейбол турниры уҙғарыла һәм унда 4 ғаилә командаһының ҡатнашыуы көтөлә.
* 16 апрелдә 14.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында башҡорт халыҡ ижадына арналған "Моңдарында тарих сағыла” исемле уҡыусыларҙың ҡурай концерты була. Инеү – ирек-ле (12+).
* 17 апрелдә район мә-ҙәниәт һарайында Ғафури халыҡ театры Салауат Әбүзәровтың "Усаҡ” лирик драмаһын тамашасыларға тәҡдим итә. Башлана 19.00 сәғәттә. Инеү – ирекле (12+).
Башҡортостанда
* Башҡортостан агра-рийҙары делегацияһы эш сәфәре менән Израилдең SION селекция үҙәгендә һәм AGRICO компанияһында булған.
* Нефтекама прокура-тураһы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе өс йәше тулмаған балаларҙың бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған 700 баланың ни бары 50-һе генә был хоҡуҡтан файҙаланыуын асыҡлаған.
* Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Николай Цулыгин «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде.
Рәсәйҙә
* Дәүләт Думаһында "дача амнистияһы” законын тағы ла ике йылға оҙайтыу хаҡында һүҙ алып баралар.
* Кемерово парламенты депутаты элекке губернатор Аман Тулеев файҙаһына үҙ мандатынан баш тартҡандан һуң депутаттар Аман Тулеевты парламент спикеры итеп һайлап ҡуйған.
* Алыҫ Көнсығыштағы Русский утрауында инфраструктура төҙөүгә, ошо төбәкте үҫтереүгә Ҡытай комапанияһы 20 миллиард һум аҡса йүнәлтергә әҙер булыуын белдергән.
Донъяла
* 11 апрелдә Әзербайжанда Президент һайлауҙары булып үтте һәм ғәмәлдәге ил етәксеһе Илһам Әлиев өҫтөнлөклө еңеү яуланы.