Мәсетле районында яңы кирбес заводы асылды
27 июля 2018 йыл | Яңылыҡтар

Мәсетле районында яңы кирбес заводы асылды

Башҡортостандың Мәсетле районында яңыртыу эштәренән һуң Кесе Ыҡтамаҡ кирбес заводы асылды.

Заводты яңыртыу эштәре республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса программа сиктәрендә уҙғарылды. Уның кураторы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов.

Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводын тергеҙеү һәм киңәйтеү буйынса инвестиция проектын «УралСтройКерамика» предприятиеһы ғәмәлгә ашырҙы. Дөйөм инвестициялар күләме 18 миллион һумдан ашып китә.

Завод тулы ҡеүәткә сыҡҡандан һуң Мәсетле районы биләмәһендә төп кирбес етештереү урынында ғына 120 яңы эш урыны буласаҡ.

Иң ҙур етештереү ҡеүәте – йылына 10 миллион тонна кирбес.

«Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитеттар яңы эш урындары, инвесторҙарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләргә тейеш тип күп тапҡыр һөйләне. Кесе Ыҡтамаҡ кирбес заводы реконструкцияһы республика етәкселеге иғтибары аҫтында эшләнде тип әйтергә була. Бөгөнгә тиклем Башҡортостандыңң төньяҡ-көнсығышында бер кирбес заводы ла юҡ ине. Төҙөлөштә, хатта мейес һалғанда ла кешеләр килтерелгән кирбес менән файҙаланырға мәжбүр булды. Артырып түләп Свердловск өлкәһенән, илдең башҡа төбәктәренән килтерергә тура килде. Кесе Ыҡтамаҡ заводы урындағы халыҡтың кирбестә ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерер тип ышанабыҙ. Унан бигерәк, ул бөтә талаптарға яуап бирә. Шуны ла оноторға ярамай, яңы производство – ул өҫтәмә эш урындары тигәнде аңлата, ул да бик мөһим», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм тормош тәьминәте мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов.

Уның һүҙҙәренсә, Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы кирбес заводы 2005 йылдан эшләмәгән, ләкин инвестор — «УралСтройКерамика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килде лә «уны асыу өсөн барыһын да маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле эшләне».

«Инвестор ҡорамалдарҙы замансаға ғына алмаштырманы, ә сығара торған урынды лә тәртипкә килтерҙе. газ үткәрҙе – бер һүҙ менән әйткәндә, бик ҙур эш башҡарылды», — тип өҫтәне Азамат Ҡәләмов.