Ярҙам күрһәтергә ҡушты
06 августа 2018 йыл | Яңылыҡтар

Рөстәм Хәмитов Красноярск крайындағы авиафажиғәлә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты


Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Красноярск крайында вертолет ҡолау һөҙөмтәһендә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте. Кәңәшмә һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды.

Фажиғә 4 августа иртән теркәлгән. Вахта менән эшкә йөрөүселәрҙе ташыған «ЮТэйр» авиакомпанияһы вертолёты Игарка ҡалаһынан 180 саҡрым алыҫлыҡта ҡолаған. Авиаһәләкәттә вертолёттағы 15 пассажир һәм өс экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлгән. Һәләк булғандар араһында Башҡортостандан: Бөрө, Ишембай, Ҡалтасы, Краснокама, Мәләүез райондарынан, Бәләбәй һәм Ишембай ҡалаларынан ете кеше бар.

- Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Красноярск крайының һаулыҡ, социаль сәйәсәт министрлыҡтары һәм башҡа хеҙмәттәре менән әүҙем үҙ-ара эш итә. Әле «Роснефть» компанияһы, «Согаз» страховкалау компанияһы, «ЮТэйр» компанияһы яғынан туғандарына ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та вафат булғандарҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушты, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Уларҙың Ванкорск ятҡылығында вахта менән эшләп йөрөгән ғаилә туйындырыусылар икәнлеге аңлашыла. Ошо йөкләмәне үтәү өсөн беҙ барыһын да эшләрбеҙ, әле ярҙам күрһәтелә лә инде.

 

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры һүҙҙәренсә, республикала һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына психологик һәм медицина ярҙамы ойошторолған.