Башҡортостандың Благовещен районында үткән дауыл эҙемтәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды
08 августа 2018 йыл | Яңылыҡтар

Башҡортостандың Благовещен районында үткән дауыл эҙемтәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды



 

Башҡортостандың Благовещен районында үткән дауыл эҙемтәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. 7 августа төндә, халыҡтың күбеһе йоҡлаған мәлдә, Осиповка ауылында көслө ел башлана. Көсәйгән сағында өйҙәрҙең ҡыйыҡтарын алып ташлай.

Емерелгән ҡаралтылар баҡсалағы уңышты һәләк итә. Урында йәшәүселәр һүҙҙәренсә, 10 минут эсендә стихия байтаҡ зыян килтерә. Осиповка ауылында ғына 20-нән ашыу йорт дауылдан зыян күрә.

Әле ауыл халҡы емереклектәрҙе тергеҙеүен дауам итә һәм үҙ көсө менән ҡыйыҡтарҙы, ҡоймаларҙы төҙөкләндереүгә тотонған. Килгән зыянды улар бер нисә йөҙ мең һумға баһалай.

Ел электр тапшырыу сымдарын да өҙгән. Халыҡ әйтеүенсә, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уларға емерелгән өйҙәрҙе тергеҙеүҙә ярҙам итергә вәғәҙәләгән.

Страховкаланған йорт хужалары эксперттарҙың баһаһын көтә, шуға күрә ремонт эштәрен башламайҙар. Ләкин ашығыс рәүештә ҡыйыҡтағы тишектәрҙе ямайҙар.

Ауыл халҡы араһында зыян күргәндәр юҡ, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Әммә тәбиғәт ғәрәсәтенең эҙемтәләре күпкә аяныслыраҡ булыуы ихтимал ине. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мәғлүмәте буйынса, шул төндә Двойничковтар ғаиләһе йортонда Осиповкаға өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән ете бала йоҡлап ятҡан. Төнгө сәғәт 1 тирәһендә уларҙың өҫтөнә  генә түшәм емерелеп төшкән. Ышаныуы ауыр, ләкин 4-15 йәшлек балалар ныҡ имгәнмәгән.