Өфөлә «Башнефть-Новойл» эшсеһе лифт шахтаһына төшөп һәләк булған
08 августа 2018 йыл | Яңылыҡтар

Өфөлә «Башнефть-Новойл» эшсеһе лифт шахтаһына төшөп һәләк булған



Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзорҙың республика идаралығы менән берлектә Өфөләге «Башнефть-Новойл» заводында булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.

«6 августа билдәһеҙ шарттарҙа технологик ҡулайламалар операторы реактор блогы лифты шахтаһына ҡолаған. Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам саҡырылған, табиптар эшсенең үлемен раҫлаған», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Бейеклектән ҡолау арҡаһында «Башнефть-Новойл» эшсеһе үлемесле йәрәхәттәр алған. Предприятиела ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн комиссия төҙөлгән.