Республикала һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә
08 августа 2018 йыл | Яңылыҡтар

Республикала һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә


Башҡортостанда һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә, 9 августа уҡ, республикала һауа температураһыныъң көндөҙ 14-19, көньяҡта 24 градусҡаса йылы булыуы күҙаллана. Төндә һиҙелерлек температура тирбәлеүҙәре фаразланмай.

Температураның ҡапыл түбәнәйеүе һауа шарттарының боҙолоуы менән бәйле булыуы ихтимал. Кесаҙна төбәктә урыны менән йәшенле, ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуҙы. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, ҡапыл иҫкәндә көсәйеүсән.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы 8-9 августа Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында хәбәр иткәйне.