Балалар өсөн айлыҡ түләүҙәр
28 ноября 2018 йыл | Яңылыҡтар

Балалар өсөн айлыҡ түләүҙәр2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәүселәр ике яңы социаль ярҙам сараһына хоҡуҡ алды. Һүҙ беренсе бала тыуыуға (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыуға), шулай уҡ өсөнсө йәки артабанғы баланың донъяға килеүенә бәйле айлыҡ түләүҙәр хаҡында бара.
Тәүге бала өсөн айлыҡ пособие күләме - 8892 һум (бала йәш ярымға еткәнсе түләнә), өсөнсө һәм артабанғылары өсөн 8993 һум (өс йәше тулғансы түләнә) тәшкил итә.
Беренсе сабый өсөн айлыҡ пособие ғаиләнең уртаса килеме уның һәр ағзаһына 14 247 һум булған осраҡта тәғәйенләнә. Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ түләүгә йән башына уртаса килеме 9182 һумдан артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы.
Беренсе балаға пособие түләү өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә. 2018 йылда тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн түләүҙәр федераль һәм төбәк бюджеттарынан берлектә финанслау шарттарында бойомға ашырыла.
Башҡортостанда 4,6 меңдән ашыу ғаилә быйыл тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған беренсе бала өсөн пособиеға документтар юллаған. Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, һуңғы өс айҙа ошо пособиены алыусылар һаны 1,7 меңгә артҡан. Беренсе бала өсөн түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы йыл башынан 293 миллион һум тәшкил иткән. Шулай уҡ 4,5 меңдән ашыу ғаилә 2018 йылда өсөнсө  йәки артабанғы булып тыуған һәр бала өсөн пособие ала. Һуңғы өс айҙа үҫеш 2 мең самаһы тәшкил иткән. Йыл башынан был ғаиләләргә бөтәһе 238 миллион һум аҡса түләнгән.
Беренсе, өсөнсө һәм артабанғы булып тыуған бала өсөн тәғәйенләнгән ярҙамды юллау өсөн Халыҡты социаль яҡлау үҙәктәре филиалдарына (БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы сайтында (mintrudrb.ru), шулай уҡ Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең рәсми сайтында (rcpn.mintrudrb.ru), йәки "Минең документтарым” күп функциялы үҙәккә (www.mfcrb.ru), икенсе балаға тейешле пособие юллау өсөн район һәм ҡалаларҙағы Пенсия фондының клиенттар менән эшләү хеҙмәтенә (www.pfrf.ru), "Минең документтарым” дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәккә (www.mfcrb.ru) мөрәжәғәт итегеҙ.