“Яңы йыл алды мәшәҡәттәре”
18 декабря 2018 йыл | Яңылыҡтар

“Яңы йыл алды мәшәҡәттәре”22 декабрҙә 15.00 сәғәттә "Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе (Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1) "Яңы йыл алды мәшәҡәттәре” тигән ғаилә ял көнө үткәрә.
Бында килгән һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл таба аласаҡ – күңелле уйындар һәм конкурстар, оҫталыҡ дәресе менән ижади майҙансыҡтар ойоштороласаҡ. Байрамдың махсус ҡунаҡтары – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу! Ғаилә ял көнөнә тотош ғаиләгеҙ менән килегеҙ!