“Ҡаргиҙәр”
11 января 2019 йыл | Яңылыҡтар

“Ҡаргиҙәр”БР Дәүләт техник тикшереү инспекцияһының 2018 йылдың 26 декабрендәге 271-се Бойороғона ярашлы, республикала 2019 йылдың 14 ғинуарынан 15 февраленә тиклем "Ҡаргиҙәр” шартлы исеме аҫтында сара үтә.
Ул юлһыҙ ерҙәрҙән йөрөүсе мототранспортты файҙаланғанда хоҡуҡ-ҡағиҙә боҙоуҙарҙы булдырмауҙы маҡсат итеп ҡуя. Сара барышында алдан эшләнгән маршруттар буйынса, шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар табыу, һунар итеү урындарында үҙйөрөшлө машиналарҙың, мотосараларҙың техник торошо тикшереләсәк, шул иҫәптән БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, БР Эске эштәр министрлыҡтары һәм "БР Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы белгестәре менән берлектә. Техник тикшереү уҙғарыу ваҡыты сыҡҡан мотосаралар, үҙйөрөшлө машиналар файҙаланылғаны, тракторсы-машинист таныҡлығы булмаған кешеләрҙең идара итеүе асыҡланған осраҡта Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында РФ кодексына ярашлы етди саралар күреләсәк.
Сергей ЛУКИН,
дәүләт техник тикшереү инспекцияһының сектор мөдире.