Театр йылына старт бирелә
11 января 2019 йыл | Яңылыҡтар

Театр йылына старт бирелә15 ғинуарҙа 18.00 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында Театр йылын асыуға арналған сара үтә.
Сара фойела башланып, унда йылдың иң яҡшы символына; буласаҡ спектаклдең иң яҡшы афишаһына; театрҙың иң яҡшы алиһәһенә конкурстар үтә. Шулай уҡ: грим һалыу буйынса оҫталыҡ дәресе, халыҡ театрҙары араһында спектаклдәрҙән ҡатып ҡалған өҙөк әҙерләүгә конкурс, елпеүес-шоу (һәр ҡатнашыусы оҙон бал күлдәктәрендә һәм  елпеүес (веер) тотоп килә).
Сара тамаша залында Ғафури халыҡ театры сәхнәләштергән яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәрҙең "Усаҡ” мелодрамаһын ҡарау менән тамамлана.