“Хәҡиҡәт эҙләгәндә...”
08 февраля 2019 йыл | Яңылыҡтар

“Хәҡиҡәт эҙләгәндә...”Яҡташтарыбыҙҙың үҙнәшер юлы менән баҫтырылған китаптары әленән-әле сығып тора. Быйыл ғинуарҙа Яугилде ауылында тыуып-үҫеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ижадсы Кәрим Булатбай улы  Сәлимовтың мәҡәләләр, очерктар, шиғырҙарҙы үҙ эсенә алған "Хәҡиҡәт эҙләгәндә...” исемле әҙәби-нәфис йыйынтығы донъя күрҙе. Был китап Кәрим Булаттың 70 йәше уңайынан нәшер ителә.
Тынғыһыҙ замандашыбыҙ яҡташтарына шиғырҙары менән генә түгел, үткер мәҡәләләре менән дә таныш. Йыйынтыҡҡа  "Хәҙерге башҡорттарҙың социаль хәле”,   "Беҙҙең уңыштар – суверенитет емештәре”, "Алдатҡыс донъяла йәшәйбеҙ”, "Аслыҡ һәм аҡса”, "Мәкерле сәйәсмәндәр ҡамауында”, "Тәүге башҡорт хөкүмәте”, "Ҡара исемлектәге ғалим”,  "Сәйәсәт ҡорбандары”, "Телебеҙҙе закон яҡламай”, "Тарих дәреслектәрендә дөрөҫлөк бармы?”, "Талау сәйәсәтенең башы” һәм башҡа мәҡәләләр ингән. Р.Ғәлимов К.Булат хаҡында: "Замандашыбыҙ данға мохтаж түгел, ул бары тик дөрөҫлөк эҙләй һәм шуны уҡыусыһына еткерергә тырыша. Беҙҙең заман шундайыраҡ, дөрөҫлөк көҫәгәндәрҙе өнәп бөтмәйҙәр. Ләкин Кәрим Сәлимовты хупламау мөмкин түгел, сөнки  ул яҙғандарын дәлилдәр менән нығыта һәм килер быуындар ошо хәҡиҡәтте яҡларына ышана”, тип яҙа.
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
И.ӘЛИБАЕВА.