Иртәгә - уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе
28 августа 2013 йыл | Яңылыҡтар

Махсус комиссия район белем усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереп, ҡабул итеп алыу эштәрен тамамланы.
Иртәгә, йәғни 29 августа район мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтәсәк. Ул иртәнге сәғәт 10-да пленар өлөш менән башланып, секция ултырыштары менән тамамланасаҡ. Мәҙәниәт һарайы фойеһында белем биреү учреждениелары әҙерләгән методик күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.