Шыршы – ҡупшыҡай килде ҡунаҡҡа
28 декабря 2013 йыл | Яңылыҡтар

Район мәғариф бүлеге алдындағы майҙан һуңғы бер нисә көн эсендә әкиәт майҙансығына әйләнде. Майҙан уртаһындағы ҡупшы шыршыҡай йәнәшәһендә боҙ ҡаласығы, тау-шыуғалаҡ эшләнде.
26 декабрь көнө ошо боҙ ҡаласығын һәм Яңы йыл биҙәге - шыршы байрамын асыу тантанаһы үтте. Уны район Хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров асты һәм балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, барлыҡ йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы. Красноусол ауылы биләмәһе башлығы Рөстәм Рахманғолов та изге теләктәрен еткерҙе.
Быйылғы ҡаласыҡ та башҡа йылдарҙағыларҙан ҡалышмаған, йыл хужаһы – "Ат” та майҙан уртаһынан урын алған. Балалар өсөн тау-шыуғалаҡтар бер нисә урынға эшләнгән.
Шыршыны асыу тантанаһында ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, балалары менән килгән ата-әсәләр ҡатнашты.
Балалар майҙанды шау-гөр килтереп, төрлө әкиәт геройҙарына (Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре) ҡушылып уйындар уйнаны, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәс, шыршы тирәләй бейеп-йырланы, тауҙа шыуып кинәнде. Эңер төшөүгә алтын-көмөштәй нурланып шыршы уттары ҡабынды…
Гөлсиә КӘРИМОВА.