Асыҡ тыңлау була
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар, Урындағы үҙидара

27 мартта 11.00 сәғәттә  Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ғафури районы МР Советының  "Башҡортостан Республикаһы Ғафури  районы муниципаль районы бюджетының үтәлеше тураһында отчетты раҫлау хаҡында” ҡарар проекты бу-йынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған һорау буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) ҡарар проекттарын әҙерләү комиссияһы тарафынан Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт (204-се бүлмә) адресы буйынса ҡабул ителә. Ҡарар проекттары райондың рәсми сайтына (http://www.gafury.bashkortostan.ru) урынлаштырылған.
Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу комиссияһы.

Йәрминкәгә килегеҙ!
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

25 мартта Красноусол башҡорт гимназия-интернатында йәрминкә ойошторола.
Һатыуҙа ит һәм һөт аҙыҡтары, йәшелсә, бал, тәмлекәстәр һәм башҡа бик күп тауарҙар буласаҡ.
Башлана сәғәт 11.00-дә. Йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

Яҡташыбыҙҙың әҫәре Стәрлетамаҡта
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

Билдәле яҙыусы һәм драматург, күренекле журналист Мөнир Ҡунафин әленән-әле яңы әҫәрҙәре менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып тора.
Былтыр Ғафури халыҡ театры уның "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы” драма әҫәрен тамашасыларға тәҡдим иткәйне һәм халыҡ уны бик яратып ҡабул итте. Сөнки әҫәр халыҡсан тел менән яҙылыу өҫтәүенә тормошсан булыуы менән дә үҙенә йәлеп итә. Ундағы геройҙар араһында һәр кем үҙенең күршеһен, йә булмаһа туғанын, танышын ”таный” ала. 23 мартта Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың ошо әҫәре буйынса
премьера була. Башлана 19.00 сәғәттә.

Йәшлеккә ҡайтайыҡ!
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йылдың-йылы  гөрләп үткән "Театр яҙы” район фестиваленә әҙерлектең әле ҡыҙыу мәле. Райондың халыҡ театрҙары смотрға етди әҙерләнә.  
Әйтергә кәрәк, тамашасылар был театр байрамын көтөп ала. Яратҡан һәүәҫкәр артистарының тағы ниндәй образдар тыуҙырыуы, ниндәй яңы таланттар асылыры, ниндәй фәһемле ваҡиғалар менән осрашыу һәр кемде ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, тамашасы халыҡ театрҙарынан көслө, яҡшы сығыштар көтә.
Беҙҙең Ғафури халыҡ театры быйыл яҡташыбыҙ, яңыраҡ үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләгән Таш-Аҫты ауылы егете, шағир һәм драматург
Салауат Әбүзәрҙең "Йәшлеккә ҡайтыу” тигән өр-яңы лирик комедияһын әҙерләне.  Был спектакль менән театрыбыҙ Родина, Игенйылға, Үзбәк ауылдарында сығыш яһап та өлгөрҙө инде.
Ә район мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә тамаша Халыҡ-ара театр көнөндә – 27 мартта 19.00 сәғәттә  сығарыласаҡ. Ул фәһемле лә, мауыҡтырғыс та буласаҡ тип ышандыра алам. Ғөмүмән, "Йәшлеккә ҡайтыу” тамашасы күңеленә хуш киләсәк.
Спектаклде ҡарарға автор Салауат Әбүзәр үҙе һәм бер төркөм яҙыусылар киләсәк.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.

Юристар ҡабул итә
17 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

24 мартта Рәсәй Юристар ассоциацияһы Ғафури
районында Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе ойоштора. Ҡабул итеүҙә район прокуратураһы, адвокатураһы, Росреестр хеҙмәткәрҙәре, юристар ҡатнаша.
Ҡабул итеү район хакимиәте бинаһының ҙур залында 09.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем була.
Адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы,2.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 67