Компенсациялар ҡайтарыла
30 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар

Башҡортостанда ғаиләләрҙең бөтә категорияларына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ата-әсәләргә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде: беренсе бала өсөн — 20, икенсеһенә — 50, өсөнсөһөнә 70 процент.
Ағымдағы йылдың 1 мартына тиклем бөтә ата-әсәләр ҙә ошо льготаларға эйә ине. Ләкин 1 марттан федераль талаптарға ярашлы республикала компенсациялар түләү тәртибен яңынан ҡарау башланды. Шулай итеп, социаль ярҙамдың был төрөнә мохтаждар ғына иҫәп тота алды. Атап әйткәндә, килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған ғаиләләр. Үҙгәрештәр балалары баҡсаға йөрөгән күпселек ата-әсәләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
20 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов
республика Хөкүмәтенә балалар баҡсалары өсөн компенсация түләү тәртибен ҡабаттан ҡарарға ҡушты.

Мартта Президент һайлаясаҡбыҙ
30 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар

Дәүләт Думаһы Рәсәй Президентын һайлау көнөн Ҡырымдың илебеҙгә ҡушылыу көнөнә күсерҙе. Депутаттар өсөнсө уҡыуҙа теркәүҙән төшөрөү танытмаһын бөтөрөү һәм һайлауҙар көнөн билдәләү тураһында һайлау ҡануниәтенә төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.
Киләһе һайлауҙарҙа теркәүҙән төшөрөү документы талап ителмәйәсәк. Һайлаусы теркәү урыны буйынса түгел, торған урыны буйынса тауыш биреү өсөн ошондағы һайлау комиссияһына тауыш биреү көнөнән бер көн алдан көндөҙгө сәғәт 2-гә ҡәҙәр (әммә 45 көндән иртәрәк түгел) ғариза тапшырырға тейеш. Һайлау көнөн март айының икенсе йәкшәмбеһенән өсөнсөһөнә күсерергә ҡарар ителде. 2018 йылда ул 18 мартҡа тура килә – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы хаҡында Президенттың килешеүгә ҡул ҡуйыуына дүрт йыл.

Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ
12 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Сәйетбаба ауылында күп йылдарҙан бирле «Ҡарға бутҡаһы» уҙғарылғаны юҡ, халыҡ уны онотоп та бөткән. Ошо йоланы тергеҙеп, яңыраҡ олоһо ла, кесеһе лә мәҙәниәт йорто алдына йыйылды. Байрамға күрше тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәйнеләр.
Клуб алдында матур тирмә ҡоролған, өҫтәлгә төрлө аҙыҡ-түлек ҡуйылған. Ауылдың имам-хатибы Рәйес Вахитов сараға фатиха биреп, Ҡөрьән Кәримдән аят-хәҙистәр уҡып ишеттерҙе. 2 ҙур ҡаҙанда тәмле, майлы тары бутҡаһы бешерелгән. Һәр кем ул ризыҡтан ауыҙ итте. Шул уҡ мәлдә "Аҡбейек” ирҙәр вокал, «Асанай» фольклор, ҡатын-ҡыҙҙар бейеү ансамблдәре сығыш яһап, халыҡтың күңелен асты.
Ашауҙан артып ҡалған бутҡаны яр буйҙарына, ағас-ҡыуаҡтарға, кәртәләргә һалдылар. Йола үтәүҙән тыш, халыҡты берләштереү,
ойоштороу сараһы ла булған байрам барыһына ла оҡшаны. Киләсәктә уны һәр йылды апрель айының һуңғы йомаһында уҙғарырға кәңәш ҡоролдо.
Ханнан БАЙБУЛДИН.
Сәйетбаба ауылы.

“Парктар маршы - 2017”
05 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар

“Парктар маршы - 2017”Башҡортостан Республикаһында йыл һайын апрель-май айҙарында "Парктар маршы” халыҡ-ара акцияһы уҙғарыла. Халыҡтың, ауыл биләмәһе башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәренең иғтибарын айырыу-са һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыларына йүнәлтеү маҡсатында уҙғарыла акция. Айы-рыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре фәнни, мәҙәни, һауыҡтырыу әһәмиәтенә эйә.

«Йәш армеецтар булдыҡ беҙ!»
03 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар

«Йәш армеецтар булдыҡ беҙ!»
«Йәш армеецтар булдыҡ беҙ!»12 апрелдә «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплекс-ында «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтенең Космонавтика көнөнә арналған 1-се район слеты үтте.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 67