Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан
13 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 14  апрелдә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә Ғаилә йылына арнап волейбол турниры уҙғарыла һәм унда 4 ғаилә командаһының ҡатнашыуы көтөлә.
* 16 апрелдә 14.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында башҡорт халыҡ ижадына арналған "Моңдарында тарих сағыла” исемле уҡыусыларҙың ҡурай концерты була. Инеү – ирек-ле (12+).
* 17 апрелдә район мә-ҙәниәт һарайында Ғафури халыҡ театры Салауат Әбүзәровтың "Усаҡ” лирик драмаһын тамашасыларға тәҡдим итә. Башлана 19.00 сәғәттә. Инеү – ирекле (12+).
Башҡортостанда
* Башҡортостан агра-рийҙары делегацияһы эш сәфәре менән Израилдең SION селекция үҙәгендә һәм AGRICO компанияһында булған.
* Нефтекама прокура-тураһы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе өс йәше тулмаған балаларҙың бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған 700 баланың ни бары 50-һе генә был хоҡуҡтан файҙаланыуын асыҡлаған.
* Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Николай Цулыгин «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде.
Рәсәйҙә
* Дәүләт Думаһында "дача амнистияһы” законын тағы ла ике йылға оҙайтыу хаҡында һүҙ алып баралар.
* Кемерово парламенты депутаты элекке губернатор Аман Тулеев файҙаһына үҙ мандатынан баш тартҡандан һуң депутаттар Аман Тулеевты парламент спикеры итеп һайлап ҡуйған.
* Алыҫ Көнсығыштағы Русский утрауында инфраструктура төҙөүгә, ошо төбәкте үҫтереүгә Ҡытай комапанияһы 20 миллиард һум аҡса йүнәлтергә әҙер булыуын белдергән.
Донъяла
* 11 апрелдә Әзербайжанда Президент һайлауҙары булып үтте һәм ғәмәлдәге ил етәксеһе Илһам Әлиев өҫтөнлөклө еңеү яуланы.

Өләсәй һандығында ни бар?
10 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

16 апрелдә 14.00 сәғәттә  район мәҙәниәт һарайында район Ағинәйҙәр ойошмаһы Ғаилә йылына арнап "Өләсәйем һандығы” тип аталған сара уҙғара.
Унда район ауылдарынан ҡатнашыусылар
көтөлә (12+).

“Хыялға ҡаршы”
10 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

13 апрелдә Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры "Хыялға ҡаршы” тигән спектакль менән сығыш яһай.
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың танылыу яулаған "Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән спектакль өлкәндәргә лә, балаларға ла берҙәй ҡыҙыҡлы. Спектакль 19.00 сәғәттә башлана, билет хаҡы 200 һум (12+).

Ут та, һыу ҙа хәүефле
10 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт


Яҙғы ташҡын һәм янғын йәһәтенән хәүефле осорға әҙер тороу маҡсатында быйыл 16 апрелдә  республика халҡына үҙәкләштерелгән хәбәр еткереү төбәк системаһын комплекслы тикшереү планлаштырылған.
Тикшереүҙә бөтә булған электр сиреналары ҡабыҙылып, теле һәм радиотапшырыу каналдарына тоташып, "Бөтәгеҙ ҙә тыңлағыҙ!” тигән иҫкәртеү сигналдары ебәреп, теле һәм радиотапшырыу каналдары аша: "Бөтәгеҙ ҙә тыңлағыҙ! Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм ҡунаҡтары! Хәбәр итеү системаһын техник тикшереү бара! Тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауығыҙҙы һорайбыҙ!” тигән хәбәр тапшырыу ҡаралған.
Хәбәр еткереү системаһын тикшереү беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн кәрәк. Шуға ла тикшереүҙе аңлап ҡабул итәйек, паникаға бирелмәйек.


Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан
06 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Бөгөн, 6 апрелдә Сәйетбаба урта мәктәбендә шағирә Гөлнур Яҡупова призына "Табын” гәзите ойошторған "Өмөтлө ҡәләм” ижади бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләүгә арналған сара үтә.
Башҡортостанда
* «Роснефть» һәм «Башнефть» нефть компанияларының «Сис-тема» акционерҙар финанс корпорацияһына ҡарата дәғүәһе буйынса килгән аҡсалар һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөнә йүнәлтелә, тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов.
* Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын тәьмин итеү өсөн урман үҫентеләре һатыу-алыуға килешеүҙәр төҙөүгә хоҡуҡ биреү буйынса аукциондарға 75 лот ҡуйған.
Рәсәйҙә
* Владимир Путин эш сәфәре менән Төркиәлә сағында коллегаһы Рэджеп Тайып Эрдоган һәм  Иран Президенты Хәсән Роухани менән осрашып, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
* Владимир Путин эскән килеш машина йөрөтөүсе водителдәргә ҡарата  законды ҡатыландырҙы. 1 июлдән ҡанда 0,3 грамм (әле 0,16) абсолют этил спирты барлығы иң ҙур рөхсәт  нормаһы буласаҡ.
* Киләһе уҡыу йылынан Рәсәйҙә мәктәпте отличноға тамамлаусыларға БДИ һөҙөмтәләре буйынса ғына миҙал тапшырыуҙары ихтимал.
* Илдең Волгоград, Алтай һәм башҡа өлкәләрендә яҙғы ташҡын һөҙөмтәһендә байтаҡ йорттар һыу аҫтында ҡалған.
Донъяла
* Дональд Трамп АҠШ-тың бынан тиҫтә йыл элек үк Ҡытай менән барған "сауҙа һуғышы”нда еңелеүен белдергән.
* Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Борис Джонсон "Скрипаль эше”н тикшереү буйынса Рәсәй тәҡдимен кире ҡаҡҡан.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 76