Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
22 марта 2014 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Кисә Яугилде мәктәбендә күренекле шағир Кәрим Булаттың (Кәрим Сәлимов) 65 йәшенә арналған ижад кисәһе уҙғарылды.
* 25-28 мартта Салауат ҡалаһында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы үтә. Унда район данын Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусыһы, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе Флүзә Баязитова яҡлаясаҡ. Флүзә Фәрүәз ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ.

Асыҡ ултырышҡа рәхим итегеҙ!
15 марта 2014 йыл | Яңылыҡтар


21 мартта 15.00 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында Красноусол ауыл биләмәһе Советының асыҡ ултырышы була.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
15 марта 2014 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 13 мартта райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре семинары үтте.

“Табын” район гәзите призына төбәк-ара милли көрәш бәйгеһе үткәреү тураһында
12 марта 2014 йыл | Яңылыҡтар


ПОЛОЖЕНИЕ
 "Табын” район гәзите призына милли көрәш бәйгеһе йәштәрҙе спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу,  сәләмәтлекте нығытыу, "2011-2015 йылдарға БР Ғафури районы муниципаль районында балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү” маҡсатлы программаһын үтәү йөҙөнән милли көрәште тергеҙеүгә өлөш индереү маҡсатында уҙғарыла.

Һалым органында – Асыҡ ишектәр көнө
12 марта 2014 йыл | Яңылыҡтар


14 һәм 15 мартта Һалым инспекцияһы граждандар өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Ул 2013 йылда алынған килемдәргә декларациялау һәм һалым ташламалары биреү мәсьәләләренә арнала.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 63 64 65 66 67 68 69 70 71 ... 72