“Яҙғы бал” ға рәхим итегеҙ!
04 апреля 2017 йыл | Яңылыҡтар

6 апрелдә район мәҙәниәт һарайында "Яҙғы бал” бейеү кисәһе уҙғарыла.
Унда район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры, "Перевал” вокаль-инструменталь ансамбле ҡатнаша, төрлө уйындар, конкурстар үткәреү ҡаралған. Инеү ирек-ле, 19.00 сәғәттә башлана.

Прокуратура ҡабул итә
04 апреля 2017 йыл | Яңылыҡтар

Ғафури район прокуратураһы 2017 йылдың апрель айынан башлап эш көндәрендә һәр айҙың беренсе шишәмбеһендә түбәндәге адрес буйынса эшҡыуарҙарҙы Бөтә Рәсәй ҡабул итеү көнө уҙғара: БР Ғафури районы, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 35.
Марсель ҒИЛӘЖЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Эшҡыуарҙар иғтибарына!
04 апреля 2017 йыл | Яңылыҡтар

"Асыҡ ишектәр көнө”нә килегеҙ!
Башҡортостан Республикаһының Роспотребнадзор идаралығы "Эшҡыуарҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө” акцияһын уҙғарыу хаҡында хәбәр итә.
Планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарыу тәртибе, санитар-эпидемиолог һәм башҡа мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса хоҡуҡи-норматив акттар менән таныштырыу сараның төп маҡсаты булып тора. "Эшҡыуарҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө” 13 апрель, 13 июль һәм 12 октябрҙә 10.00 сәғәтән 16.00 сәғәткә тиклем түбәндәге адрес бу-йынса уҙғарыла: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2 "А”, телефоны: 8(3473) 43-65-42, электрон адресы: rpnrrb07@mnrb.ufanet.ru

Яугирҙың сираттағы китабы
28 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, әүҙем йәмәғәтсе, "Табын” гәзитенең Н. Фәрхшатов исемендәге премия-һының дүрт тапҡыр лауреаты, талантлы шағир Уйыл-дан Әйүп улы Шәриповтың сираттағы китабы донъя күрҙе.
Авторҙың "Күңелемдә – донъя яҙмышы” тип аталған йыйынтығы - 19-сы(!) китабы. Тормошта үтә тыныс холоҡло, сабыр, шул уҡ ваҡытта тос фекерле Уйылдан Шәриповтың ижады гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Уның шиғырҙары, үткер телле мәҡәләләре гәзит биттәрендә даими донъя күрә. Йыйынтыҡҡа иһә һуңғы йылдарҙа ижад ителгән 254 шиғыры ингән. Шиғырҙарында ул тыуған яҡ тәбиғәтен, уңған яҡташтарын данлай, һуғыш, тыныслыҡ темалары, илебеҙ яҙмышын тасуирлай, мутлашыусылар, ришәүәтселәр, көмөшкәселәрҙе фашлай, уларҙан әсе көлә. Уның шиғырҙары халыҡсанлығы менән айырылып тора. Унынсы тиҫтәне ваҡлаған, тормош иптәше Хәфиҙә инәй менән 73 йыл татыу ғүмер кисергән аҡһаҡалға артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы шиғырҙары менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.

Ер һалымын түләгеҙ!
27 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

Хөрмәтле Красноусол ауылы халҡы!
Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте 2016 йыл өсөн ер һалымы буйынса бурыстарҙы ҡаплатыуҙы һорай.
Әгәр ҙә ер һалымы түләнмәгән булһа, һәр көн өсөн пеня иҫәпләнә барыла, шулай уҡ суд аша түләттереү ҙә ҡарала. Ер һалымы түләү өсөн квитанция алмаған граждандар ауыл биләмәһе хакимиәтенә (Фрунзе урмаы, 35), йә булмаһа Һалым инспекцияһына (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.
Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 67