Күҙәтселәр эшләне
19 марта 2018 йыл | Сәйәсәт

Тауыш биреү көндө республикала 6953 күҙәтеүсе эшләне


Тауыш биреү көндө Башҡортостандың һайлау участкаларында, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 6953, шул иҫәптән 24 халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләне. Был турала журналистар өсөн брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.

Күҙәтеүселәр Даниянан, АҠШ-нан, Финляндиянан, Италиянан, Төркиәнән, Швециянан, Швейцариянан, Польшанан, Ҡаҙағстандан һәм Белоруссиянан булды.


Башҡортостан һәм Ҡытай командаларының хоккей матчына Владимир Путин һәм Си Цзиньпин килде
09 июня 2018 йыл | Сәйәсәт

Башҡортостан һәм Ҡытай командаларының хоккей матчына Владимир Путин һәм Си Цзиньпин килде8 июндә Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Ул унда ил рәйесе Си Цзиньпинменән осрашты. Дәүләт башлыҡтары бергәләп үҫмерҙәр командаларыныңхоккей матчынакилде.

Кандидаттар үҙ фекерен яҡланы
15 мая 2018 йыл | Сәйәсәт

Кандидаттар үҙ фекерен яҡланы7 майҙа Талбазы ауылында Ғафури һәм Ауырғазы райондарынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар араһында фекер алышыуҙар (дебаттар) ойошторолдо.  Сара "Берҙәм Рәсәй” партияһының 3 июндә үтәсәк праймеризға (алдан тауыш биреү) әҙерлек сиктәрендә уҙғарылды.

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
24 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманыБашҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш ике сәғәт ярым дауам итте. Тәүге һорау республиканың иҡтисади хәленә бәйле ине. Рөстәм Зәки улы  республиканың былтырғы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Бөрйән бал ҡортон һаҡлайыҡ!
20 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Бөрйән бал ҡортон һаҡлайыҡ!Рус География үҙәге етәксеһе Камил Йыһаншин бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында сит төбәктәрҙән, айырыуса Азия, Кавказ төбәгенән сит ҡорттарҙы индереүҙе тыйыу, республикала урындағы тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн махсус программа ҡабул итеү кәрәклеген еткерҙе. Апимондия - 2021 ҡортсоларҙың халыҡ-ара симпозиумын үткәрергә торғанда был мәсьәлә айырыуса мөһим, тине Камил Йыһаншин.
- Был мәсьәләне хәл итеү буйынса сара күрергә ҡушырмын, бөрйән бал ҡорто бик үҙенсәлекле, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк, -тине Республика Башлығы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30