Украина иғтибар үҙәгенән төшмәй
21 мая 2014 йыл | Сәйәсәт

 11 майҙа Украинаның Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә үҙбилдәләнеш буйынса референдум булып үтте. Ике өлкәлә лә тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 80 проценттан ашыуы үҙаллылыҡты яҡлап сыҡты.
Көнсығыш үҙаллылыҡҡа
ынтыла
Украинаның көнсығышында урынлашҡан был өлкәләр федерализм идеяһын яҡлап, "Донбасс халыҡ республикаһы”, "Луганск халыҡ республикаһы” булдырылыуын иғлан иткәндәр ине. Ошо үҙаллылыҡты референдум менән нығытып ҡуйҙылар. Ике үҙаллы республика бергә бергәләшеп, Ҡырым кеүек Рәсәй составына инергә уйлай. 16 мартта Ҡырым Республикаһында ла референдум булып, уның һөҙөмтәләре буйынса был республика Рәсәй субъекты булып китте. Әммә Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә хәл башҡасараҡ. Ҡырым 1954 йылға тиклем РСФСР составындағы республика булһа, Донбасс менән Луганск өлкәләре уҙған быуаттың 20-се йылдарынан уҡ Украинаныҡы тип иҫәпләнә.Тик Рәсәй Ҡырымды тиҙ арала үҙ ҡанаты аҫтына алған кеүек, был өлкәләрҙе үҙенә һыйындыра алмаҫтыр.
Был мәсьәлә, ысынлап та, бик сетерекле. 9 майҙа илебеҙ Президенты Владимир Путин Севастополь ҡалаһында Еңеү көнөнә бағышланған хәрби парад ҡабул итте. Уның Севастополгә барыуын рәсми Киев ҡына түгел, Европа илдәрендә лә, АҠШ-та ла бик һаҡ ҡабул иттеләр һәм бының өсөн Рәсәйҙе тәнҡит утына тоттолар. Ул Севастополь халҡы алдында сығыш яһап, Украиналағы хәлдәргә үҙ ҡарашын белдерҙе. Уның белдереүенсә, халыҡ ихтыяры һәр саҡ алғы планда торорға тейеш. Халыҡ үҙбилдәләнешкә табан йөҙ борған икән, быға ҡамасауларға ярамай. Шул уҡ ваҡытта һәр яҡтың да мәнфәғәте күҙ уңында тотолорға тейеш. Рәсәй әлегә референдум һөҙөмтәләрен таныуын белдермәй. Шул уҡ ваҡытта инҡар ҙа итмәй. Ошондай шарттарҙа ЕС илдәре, Канада, Япония 12 майҙа Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар иғлан итеүҙәрен белдерҙе. Канада Премьер-министры Стивен Хартер белдереүенсә, 12 Рәсәй гражданына, бер нисә банкка ҡарата санкция иғлан ителгән. АҠШ та Рәсәйгә яҫҡына. Республика партияһынан булған сенатор Джон Маккейн Барак Обамаға мөрәжәғәт итеп, Рәсәйҙән двигателдәр һатып алыуҙы кисекмәҫтән туҡтатыуҙы һораған. АҠШ Рәсәйҙән  йыһан караптары өсөн "РД-180” двигателдәре һатып ала. Бер двигателдең хаҡы 11-15 миллион доллар менән баһалана. 1999 йылдан башлап Рәсәй АҠШ-ҡа ошондайын 60-лап двигатель һатҡан. Маккейн ошо иҡтисади бәйләнеште туҡтатыуҙы һорай ҙа инде.
Һайлау ғына көрсөктө
 хәл итмәҫ
 Билдәле булыуынса, 25 майҙа Украинала президент һайлауҙары көтөлә. АҠШ һәм ЕС илдәре нисек тә ошо һайлауҙарҙы үткәреп ебәрергә тырыша һәм улар һайлауҙарға ҡамасаулыҡ итер, тип Рәсәйҙән бер аҙ шөрләй ҙә. Ә Владимир Путин был һайлауҙарға "рөхсәт” бирҙе лә инде. Ул ОБСЕ рәйесе, Швейцария Президенты Дидье Буркхальтер менән осрашып, Украиналағы көрсөктән сығыу юлдарын бергәләшеп эҙләне. В.Путин белдереүенсә, 25 майҙа үтәсәк һайлауҙар Украиналағы проблемаларҙы хәл итә алмаясаҡ. Ысынлап та, илдә һуғыш барған бер мәлдә президент һайлауы уҙғарыу төптө дөрөҫ түгел.
Илдең көньяҡ-көнсығыш төбәктәре был һайлауҙарҙы инҡар итә. Йәғни улар халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған Виктор Януковичты президент тип белә һәм әлеге власты һанға һуҡмай. Революция һөҙөмтәһендә бөгөнгө власҡа килеүселәр көнсығыш төбәктәрҙә ҙур ризаһыҙлыҡ уята. Шуға ла 25 майҙа һайлауҙар үтә ҡалһа, унда башлыса көнбайыш төбәктәр халҡы ғына тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ. Әлеге кандидаттар араһынан кем генә президент итеп һайланһа ла, көнсығыш төбәктәр быны танымаясаҡ. Унан килеп, Донбасс, Луганск өлкәләре Президент һайлауҙарында бөтөнләй ҡатнашмаясаҡ. Ошондай шарттарҙа һайлауҙарҙы кисектереп тороу, иң башта илдә тәртип урынлаштырыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Бының өсөн тәү сиратта илдәге радикаль ҡарашлы ҡораллы бандит төркөмдәрен ҡоралһыҙландырыу, "Уң сектор” төркөмө етәксеһе Дмитрий Ярошты (ул да президентлыҡҡа дәғүә итә) һәм уның ярандарын ҡулға алыу талап ителә. Шунһыҙ Украинала тәртип урынлаштырып булмаясаҡ. Ә бөгөнгө власть уларға, киреһенсә, булышлыҡ итә, уларҙың ҡурайына бейей. Унан килеп, Украинала конституция реформаһы уҙғарыу, президент һәм премьерҙың вәкәләтлектәрен аныҡ билдәләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Юғиһә уларҙың кемеһе нимә өсөн яуап биреүе билдәле түгел. Ошоларҙы атҡарып сыҡҡандан һуң ғына президент һайлауы уҙғарыу дөрөҫ булыр ине. Ил халҡы ике-өс өлөшкә бүленгән, талаш-тартҡылаш мәлендә президент һайлауы уҙғарыу төптө хата. Президент вазифаһы өсөн тиҫтәнән ашыу кандидат көрәш алып бара. Төп көрәш, әлбиттә, билдәле эшҡыуар Петр Порошенко менән Юлия Тимошенко араһында барасаҡ тип көтөлә. Порошенконың еңеп сығыу мөмкинлеге байтаҡҡа юғарыраҡ. Билдәле булыуынса, "УДАР” партияһы етәксеһе Виталий Кличко  Порошенко файҙаһына үҙ кандидатураһын алды. Шулай булғас, уның тауыштары Порошенкоға күсәсәк. Унан килеп, Тимошенко үҙ репутацияһын күптән юғалтты инде, халыҡтың күпселеге уға ышанмай. Ә Порошенко сәйәси аренала яңы кеше. Ҡайһылай ғына булмаһын, уларҙың кемеһе еңеп сыҡһа ла, Рәсәйгә файҙа булмаясаҡ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.