Яңғыҙ яугир яу ҡайтармай
25 июня 2014 йыл | Сәйәсәт

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзалары Башҡортостан Президенты вазифаһына үҙ дәғүәсеһен билдәләне. Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы делегаттары бер тауыштан тиерлек Рөстәм Хәмитовтың кандидатураһын раҫланы.
Партияның июнь башында булған алдан һайлауы ваҡытында алты кандидат араһынан өсәү үткәйне: Рөстәм Хәмитов, Булат Йомаҙилов һәм Рафаэль Мәрҙәншин. Был юлы йәшерен тауыш биреү өсөн 216 бюллетень әҙерләнгән булһа, тауыштарҙың 209-ы Рөстәм Хәмитовҡа бирелде.

Бынан тыш, конференцияла һайлау алды программаһы проекты раҫланды, тауыш биреү документтарында ҡулланыу өсөн партияның ҡыҫҡа исеме, мисәте менән эмблемаһы билдәләнде.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы эшендә Рөстәм Хәмитов үҙе лә ҡатнашты һәм, кандидат итеп һайланғандан һуң, залда ултырыусылар алдында сығыш яһаны.
- Мине партия исеменән президентлыҡҡа дәғүәсе итеп һайлағанығыҙ, күрһәткән ышанысығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Был - бик ҙур яуаплылыҡ, мин уны аҡларға тырышасаҡмын, - тине республика етәксеһе. - "Берҙәм Рәсәй" партияһы, уның меңәрләгән ағзаһы вәкиле булараҡ, исемегеҙгә тап төшөрмәҫмен. Партия, ябай хеҙмәт кешеләре миңә өмөтләнә, дөйөм еңеүгә ышана. Был өҫтәмә көс, энергия бирә. Бергә тырышып эшләйәсәкбеҙ һәм еңәсәкбеҙ!
Алда көткән ауырлыҡтар тураһында ла киҫәтеп ҡуйҙы Рөстәм Зәки улы. Төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы белдереүенсә, һайлау алды кампанияһында иң мөһиме - халыҡ, кешеләр менән эшләү, ваҡиғалар уртаһында булыу һәм проблемаларға күҙ йоммай, уларҙы хәл итеү.
Сәйәси йүнәлеште аңлатыу, ғәҙеллек, дөрөҫлөк кенә еңеүгә килтерәсәк тигән фекерҙә ул.
- Мин үҙемде партия ағзаларынан айырып ҡарамайым. Яңғыҙ яугир яу ҡайтармай! Төбәк башлығының эше ауыр һәм
яуаплы. Системалы эшләй, ойоштора һәм власть органдарының эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә белеүҙән тыш, ғәҙеллек, итәғәтлелек кеүек юғары әхлаҡи сифаттарға ла эйә булырға кәрәк. Ошондай уҡ талаптар Президент янында эшләгән кешеләргә, уның командаһына ла ҡуйыла. Шуға күрә һайлау алды кампанияһы барышында һәм унан һуңғы эштә ғәҙел, яуаплы булыуығыҙҙы һорайым, - тине Рөстәм Хәмитов.
(Республика баҫмаларынан).