Яу яғанан алғанда эт итәккә йәбешә
30 июля 2014 йыл | Сәйәсәт


Украинала Хөкүмәтенең отставкаға китеүе, Европа Союзының илебеҙгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеүе иғтибар үҙәгендә булды.

Парламент коммунистарһыҙ ҡалды
Украинала граждандар һуғышы барыуы өҫтәүенә сәйәси кризис та башланды. 24 июлдә Юғары Рада спикеры Александр Турчинов парламентта коммунистар партияһының бөтөрөлөүен иғлан итте. Ил Президенты Петр Порошенко ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйған. А.Турчинов белдереүенсә, коммунистар партияһы илдең көнсығыш өлөшөндә барған һуғышта ополчениеға ярҙам күрһәтә һәм шуға ла бындай партияға парламентта урын булырға тейеш түгел. Икенсе бер сәбәп итеп ул Юғары Радала коммунист депутаттарҙың һан яғынан кәмеүе менән аңлата. Ысынлап та, Юғары Раданың етенсе саҡырылышына һайлау уҙған мәлдә парламентта 33 коммунист депутат булһа, һуңғы мәлдә уларҙың һаны 23-кә тиклем кәмегән. Ошондай шарттарҙа Майҙан хужаларына коммунистарҙан ҡотолоу өсөн бик уңайлы мәл тыуҙы. Унан килеп, яңынан һайлауҙар булған осраҡта конкуренция булмаясаҡ. Был йәһәттән дә власть партияһы үҙенә юл асып ҡуя.
Власть партияһы тигәндән, Украинала бындай фирҡә ҡалманы тиерлек. Ҡасандыр Порошенко тарафынан булдырылған "Солидарность” партияһы аҙ һанлы. Парламентта күпселекте тәшкил итеүсе УДАР менән "Свобода” партиялары төркөмдән сығыуҙары хаҡында белдерҙеләр. Улар төркөмдән сыҡҡандан һуң парламенттағы күпселек тарҡалды. Элек күпселекте тәшкил итеүсе "Батькивщина”, "Иҡтисади үҫеш” һәм "Европалы суверенлы Украина” партиялары бергә берләшә алмаясаҡ. Тимәк, бөгөнгө власть үҙенә кәрәкле закондарҙы ҡабул итә алмаясаҡ тигән һүҙ. Ошо хәлде асыҡ аңлаған Хөкүмәт рәйесе Арсений Яценюк үҙе теләп отставкаға китте. "Газпром”дан газ һатып алыуҙы кәметеү, ҡоралланыуға сығымдарҙы арттырыу тураһындағы закондарҙы депутаттар кире ҡаҡҡан. Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә ҡыҙыу һуғыш бара, ил иҡтисады көрсөккә килеп терәлгән, ҡаҙна буш. Етмәһә Малайзия самолетын бәреп төшөрҙөләр. Быларҙың барыһы өсөн дә кемгәлер яуап тоторға тура киләсәк бит. Яценюк ошо яуаплылыҡтан ҡасты ла инде һәм яңы Хөкүмәт формалашҡанға тиклем ул вазифа башҡарыусы булып ҡалды. Ҡайһы бер аналитиктар Яценюктың отставкаға китеүен киләһе һайлауҙарға әҙерләнеү өсөн оппозицияға күсеүе менән аңлата. Билдәле булыуынса, Яценюк "Батькивщина” партияһында Юлия Тимошенконың уң ҡулы булды, ул төрмәлә саҡта партия менән етәкселек итте. 25 майҙа үткән президент һайлауҙарында иһә Тимошенко еңелеп, власҡа Порошенко килде. Һайлау алдынан Юлия Тимошенко үҙен һайламаһалар, өсөнсө Майҙан ойоштороу менән янағайны. Шуға ла Яценюктың отставкаға китеүен Тимошенко менән бәйләүселәр бар. Әммә был һис кенә лә улай түгел. Яценюк Тимошенконың "итәк аҫтына” йәшеренеп йөрөүҙән күптән уҙҙы һәм үҙаллы фекер йөрөтөрлөк көслө сәйәсмән булып етеште. Унан килеп, Украиналағы бөгөнгө хәл Порошенконың власта оҙаҡ ултырмаҫына ишаралай. Эйе, һуғыш һаман дауам итә ҡалһа, Порошенко 5 йыл һуҙымында власта ҡала алмаясаҡ. Украинала сираттан тыш парламент һайлауҙары быйыл 26 октябрҙә үтеүе ихтимал. Ошо һайлауҙарҙа Арсений Яценюк "Батькивщина” партияһын түгел, ә Порошенконың "Солидарность” партияһын етәкләһә лә ғәжәпләнергә кәрәкмәй, бында барыһы ла һатыла. Майҙан гөжләгән саҡта Порошенко менән бер союзда торған Виталий Кличконың УДАР партияһы ла бит ана бөгөнгө власҡа "удар” яһаны ла ҡуйҙы – төркөмдән сығыуҙарын белдерҙеләр. Сәйәси аренала бик күренеп бармаһалар ҙа, Украиналағы барлыҡ хәл-торошто олигархтар хәл итә шул.
Футболдың ниндәй ҡатнашлығы бар?
Украиналағы һуғыш менән бәйле ЕС илебеҙгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеүе хаҡында белдерҙе. Был юлы "Ҡара исемлек”кә илебеҙҙең 15 гражданы һәм 18 компанияһы эләккән. Улар араһында Чечня етәксеһе Рамзан Ҡадиров та бар. Шулай итеп илебеҙҙең 87 гражданына ЕС илдәренә барыу тыйыла. Быларҙан тыш АҠШ һәм Канада Бөтә донъя банкы аша илебеҙгә аяҡ салырға маташа. Төрлө өлкәләге 9 проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн илебеҙ Бөтә донъя банкынан 1,34 миллиард доллар аҡса һорағайны. АҠШ менән Канада ошо аҡсаны илебеҙгә бирҙертмәү яғында. ЕС илдәре әлегә был хаҡта өндәшмәй. Уның ҡарауы улар илебеҙгә башҡа яҡтан һөжүм итә. Мәҫәлән, Бөйөк Британия вице-премьеры 2018 йылда футбол буйынса илебеҙҙә үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнашыуҙан баш тартырға саҡыра. Украиналағы ыҙғышты илебеҙгә япһарып, бойкот иғлан итмәксе итәләр. Илебеҙ өсөн ят күренеш түгел был. 1980 йылдағы йәйге Олимпиадала СССР-ға бойкот иғлан итеп, тиҫтәләрсә илдең был спорт байрамында ҡатмашмауын күрҙек инде. Бөйөк Британия етәкселеге 2018 йылда ла ошо хәлдең ҡабатланыуын теләй. Яу яғанан алғанда эт итәккә йәбешә, тиеүҙәре дөрөҫтөр. Спорттың сәйәсәткә ни ҡатнашлығы барҙыр инде. Илебеҙгә иҡтисади санкциялар менән дә янайҙар. Был йәһәттән Нидерланд премьеры Марк Рютте әүҙемлек күрһәтә. Әммә барлыҡ ЕС ағзалары ла Рәсәйгә ҡарата иҡтисади санкцияларҙы хуплар тип әйтеп булмай. Быға тиклем Германия, Франция, Австрия, Италия, Греция һәм Болгария кеүек илдәр илебеҙгә ҡарата ҡаты иҡтисади санкциялар ҡабул итеүгә ҡаршы булыуҙарын белдергәйнеләр. Был юлы нисек булыр, рәсми Брюсселдең теләгенә ҡаршы тора алырҙармы, юҡмы, ваҡыт күрһәтер.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.