Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
29 декабря 2012 йыл | Сәйәсәт

Районда
* Ошо көндәрҙә ра-йон үҙәгенең Дауахана тыҡрығы урамында "Пятерочка” универсамы асылды.
* 26 декабрҙә Ташлы ауылында өйҙәргә газ ебәрелде.
Башҡортостанда
* Республика иҡтисад енәйәттәр менән көрәш идараһы хеҙмәткәрҙәре сифаты шик тыуҙырған "Прима” тәмәкеһе ҡаптарын һатыуҙан алған.
* М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бюджет өлкәһе студенттары, ҡышҡы сессия һөҙөмтәләренән тыш, 1385 һум күләмендә стипендияға өҫтәмә аласаҡ.
Рәсәйҙә
* Дума вуз тамамлаған белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу өсөн "распределение” мәсьәләһен күтәрергә йыйына.
* Икенсе бала тыуғас бирелә торған әсә капиталы программаһы 2025 йылға ҡәҙәр оҙайтылырға мөмкин. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары шундай тәҡдим индергән.
* Тиҙҙән торлағы булмаған граждандарға ла балаларҙы уллыҡҡа алыу рөхсәт ителәсәк.
* Ил Президенты В.Путин "РФ Пенсия фондының 2013 йылға бюджеты һәм 2014-2015 йылдарға планы” законына ҡул ҡуйҙы. 2013 йылға бюджет 6,343 триллион һумлыҡ килем һәм 6,089 триллион һумлыҡ сығым буйынса формалашҡан. Профицит күләме 254,6 миллиард һум тәшкил итә.
Донъяла
* АҠШ Президенты Б.Обаманы йыл кешеһе тип билдәләгәндәр.
* Быйыл донъяла күҙәтелгән тәбиғәт һәләкәттәре, дауылдар иҡтисадҡа 140 млрд. долларлыҡ зыян килтергән.
* Көньяҡ Корея тарихында президент итеп беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ һайланды. Илдең бөгөнгө президенты Ли Мен Бактың вәкәләттәре 2013 йылдың февралендә тамамлана.
* Ҡытай халҡының 2,5 млрд.-ҡа етеүе ихтимал.