Яңы плацдарм әҙерләнә
27 февраля 2013 йыл | Сәйәсәт

АҠШ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшкән бер мәлдә Рәсәйҙең Латин Америкаһында үҙенә союздаштар эҙләргә ынтылыуы, Италияла парламент һайлауҙары үтеүе үткән арауыҡтың мөһим сәйәси ваҡиғалары булғандыр.
Мәрхәмәтлек күрһәтеү үҙен аҡлармы?
Һуңғы арала АҠШ - Рәсәй мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеп китеүе бер кемгә лә сер түгел. Рәсәй илселеге был хәлде яйларға тырыша-тырышыуын, әммә киреһенсәрәк килеп сыға. Ике ил араһындағы ҡатмарлы шарттарҙа АҠШ-тың яңы тәғәйенләнгән Дәүләт секретары Джон Керри үҙенең тәүге оҙайлы сит ил сәфәренә юлланды. Ул Бөйөк Британия, Германия, Италия, Төркиә, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре  һәм Катар кеүек илдәрҙең баш ҡалаларында буласаҡ. Ошо илдәрҙән сығып фекер йөрөткәндә генә лә АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте ҡайһы тарафтарға йүнәлтелгәнен тоҫмаллауы ауыр түгел. Уның сәфәре 6 мартҡа тиклем һуҙыласаҡ. 26 февралдә Джон Керри Берлин ҡалаһында Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты. Аналитиктар билдәләүенсә, был осрашыуҙа ике ил араһында килеп тыуған проблемалар асыҡтан-асыҡ тикшерелгән. Ә улар бик күп. Сүриә мәсьәләһендәге аңлашылмаусанлыҡтарға "Магнитский акты”, "Дима Яковлев” законы өҫтәүенә Техас штатында Рәсәйҙән уллыҡҡа алынған Максим Кузьминдың тәрбиәгә алған ата-әсәһе тарафынан көслөк менән үлтерелеүе хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрҙе. Быларҙан башҡа  КХДР, Иран мәсьәләләрендә лә уртаҡ фекергә килеү талап ителә. Йәғни, был йәһәттән илселәргә эш етерлек.
Джон Керри эш сәфәре барышында Италияла Сүриә оппозицияһы етәкселәре менән дә осрашасаҡ. Быны Италия Хөкүмәте үҙе ойоштора. Италия тигәндән, бында 24-25 февралдә парламент һайлауҙары үтте. Был һайлауҙарҙа төп иғтибар, әлбиттә, үҙ карьераһында өс тапҡыр Премьер-министр вазифаһын биләгән Сильвио Берлускони тирәләй булды. Европа Союзында уның яңынан власҡа әйләнеп ҡайтыу ихтималлығынан хәүефләнәләр.
Ошондай шарттарҙа Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев эш сәфәре менән Латин Америкаһы илдәрендә булып ҡайтты. Башта ул Бразилияла булды. Әйткәндәй, Дмитрий Анатольевич 2008 йылда Рәсәй Президенты вазифаһында саҡта  Бразилияла бер булып киткәйне инде. Ул ваҡытта донъя иҡтисады тәрән  финанс көрсөк кисерә ине. Бөгөн иһә хәл иҡтисади йәһәттән дә, сәйәси яҡтан да бер ни тиклем ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Рәсәй Бразилия менән уңышлы ғына хеҙмәттәшлек итеп килә. Быны БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) илдәре хеҙмәттәшлегенән дә асыҡ күрергә була. Әйткәндәй, 2015 йылда БРИКС илдәренең саммиты Рәсәйҙә, Өфө ҡалаһында уҙасаҡ. Рәсәй премьерының Бразилияға эш сәфәре барышында ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү йүнәлешендә байтаҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Рәсәй быға тиклем дә Бразилия менән ауыл хужалығы, оборона, Йыһанды үҙләштереү йүнәлешендә хеҙмәттәшлек итеп килә ине. Быныһында иһә Бразилия Рәсәйҙән 2,4 миллиард долларға ПВО системаһы һатып алырға килеште. Бынан тыш Рәсәй бер нисә "СУ-35” истребителен һатасаҡ. Быларға алмашҡа Бразилиянан сусҡа ите, бойҙай һатып алыу планлаштырыла. Үҙебеҙҙә етештереп булғанды сит илдән һатып алыу алйотлоҡ, әлбиттә. Быға тиклем дә Бразилия Рәсәйҙе ошондай аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп килде. Мәҫәлән, сит илдән Рәсәйгә индерелгән сусҡа ите күләме буйынса Бразилия икенсе урында тора.
Осрашыу барышында шулай уҡ БРИКС илдәренең банк системаһын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Энергетика, юғары технологияларҙы үҫтереү йүнәлешендәге берлектәге проекттарҙы финанслағанда кредит линиялары асыу мөмкин буласаҡ. Сауҙа бәйләнешен артабан нығытыу маҡсатында милли валютаны ҡулланыу мөмкинлеге лә ҡаралды. Был йәһәттән Рәсәйҙең Ҡытай, Һиндостан кеүек илдәр менән эшләү тәжрибәһе бар. Бразилия иһә Аргентина менән ошондай мөмкинлеккә эйә. Был мәсьәлә быйыл март айында Көньяҡ Африка Республикаһында үтәсәк БРИКС илдәре саммитында тағы ла бер тапҡыр ҡараласаҡ тип көтөлә.
 Бразилиянан һуң Дмитрий Медведев Гаванаға юлланды. Куба менән мөнәсәбәттәр СССР ваҡытынан уҡ һәйбәт ине. Әммә Куба халҡы ошоға тиклем Ельциндың хыянатын кисерә алмай килде, шикелле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Азатлыҡ утрауы" тип иҫәпләнгән был илдә Рәсәйгә ҡарата йылы ҡараш йәшәп килә. Заманында был төбәктә Куба АҠШ агрессияһына ҡаршы торған берҙән-бер ил булды. Ярай әле хәҙер Венесуэла, Никарагуа кеүек илдәр Кубаға теләктәшлек күрһәтә башланы. Дмитрий Анатольевичтың был сәфәренән һуң Куба халҡының Рәсәйгә ҡарата булған үпкәһе бөтөнләй онотолор инде. Ни өсөн тигәндә Медведев Кубаның СССР-ҙан Рәсәйгә күскән 30 миллиард доллар бурысының бер өлөшөн "списать” итеү, бер өлөшөнөң 10 йылға кисектерелеүе хаҡында белдерҙе. Эйе, дуҫлыҡ хаҡын аҡса бизмәненә генә һалып үлсәп булмайҙыр инде. Бөгөн аҡсаһына ҡарағанда Рәсәй өсөн был төбәктә ныҡлы союздаш булдырыу мөһимерәк. АҠШ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеп торған бер мәлдә бигерәк тә. Шуға ла Рәсәй премьерының Латин Америкаһы илдәренә эш сәфәренән иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә ҡарағанда сәйәси мәнфәғәтте алғы планға ҡуйыуын тоҫмалларға була. АҠШ Рәсәйгә сиктәш урынлашҡан Европа Союзы илдәренә иҫәп тотһа, Рәсәй иһә АҠШ-ҡа терәлеп тиерлек торған Куба, Бразилия, Венесуэла кеүек илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығытып, был төбәктә ныҡлы плацдарм булдырмаҡсы итә. Ошо өс илгә күпләп хәрби ҡорал, техника һатыу ҙа юҡтан ғына түгелдер. АҠШ яғы быны яҡшы аңлап тора һәм ошо йүнәлештә ҡапма-ҡаршы эш алып бара. Тик бындай сәйәсәт яҡшыға алып килмәйәсәк. Союздаштар арттырам тип, миллиардлап мәрхәмәтлек күрһәтеү үҙен аҡлармы, ваҡыт күрһәтер.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.