Европаға бәлә ишек ҡаға
30 марта 2016 йыл | Сәйәсәт

=Сәйәси күҙәтеү
Европаға бәлә
 ишек ҡаға
 Европа Союзы үҙәге – Бельгияның баш ҡалаһында бер-бер артлы өс шартлау яңғырауы, АҠШ-тың  Дәүләт секретары Джон Керриҙың Мәскәүгә килеп ҡайтыуы,  Барак Обаманың Кубаға эш сәфәре  иғтибар үҙәгендә булды.
Танырға теләмәйҙәр
Европа Союзының үҙәге  булып иҫәпләнгән  Брюссель аэропорты һәм метроһында бер-бер артлы өс шартлау булып, ҡылынған теракт һөҙөмтәһендә 34 кеше һәләк булды, 150 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Был терактты ИГИЛ (ДАИШ) боевиктары үҙ өҫтөнә алды. Парижда булып үткән ҡан ҡойоштан һуң ИГИЛ боевиктары бер аҙ тынысланғандай тойолғайны. Европаның хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ныҡлы эш алып барып, быға юл ҡуймағайны. Әлбиттә, ныҡлы өйрәтелгән ИГИЛ боевиктары өсөн был кәртә була алманы. Йәғни террористар алдында Европаның элиталы тип иҫәпләнгән көс структуралары ла көсһөҙ булып сыҡты. Икенсе яҡтан ҡарағанда, Европа демократияһы үҙе үк Европа үҙәгендә һәр кем өсөн иркен эш итергә мөмкинлек бирә. Боевиктар ошонан оҫта файҙалана ла инде. Террорсыларҙың Европа илдәренә иркен үтеп инеүен бөгөнгө көн менән генә бәйләп булмай. Уның тамырҙары алыҫ 90-сы йылдарға барып тоташа. Тап шул йылдарҙа, атап әйткәндә, элекке Югославия биләмәһе алты үҙаллы дәүләткә бүлгеләнгән осорҙа, Косово һуғышы мәлендә мосолмандарҙы яҡлап Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Катар кеүек илдәр Вашингтон ҡушыуы буйынса  Балҡан ярым утрауына ялланма һуғышсылар ебәрә. Уларҙың күбеһе Афған ерендә сынығыу алған боевиктар була. Эйе, был һуғыш сценарийының авторҙары Вашингтонда икәнлеге мәғлүм. Югославияны тарҡатыу уларҙың төп маҡсаты булып тора һәм улар быға өлгәштеләр. Тик АҠШ-тың Европа илдәрендә алып барған сәйәсәте бөгөн ундағыларға ҡәһәр булып төшә. Төньяҡ Африка илдәрендәге революциянан һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендәге һуғыштан һуң меңәрләгән ҡасаҡ ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында Европа илдәренә ағылды. Ябай күскенселәр менән бер рәттән Европаға террорсылар ҙа үтеп инде. Хәҙер килеп Европа етәкселеге үҙҙәре  лә аптырашта ҡалды. Илебеҙҙең Сүриәлә ИГИЛ боевиктарына ҡаршы һуғыш алып барыуын АҠШ менән ЕС етәкселеге бигүк өнәп еткермәгәйне. Йәнәһе лә Рәсәй Бәшәр Әсәдте власта ҡалдырыу өсөн генә тырыша. Ысынбарлыҡта иһә илебеҙ хәрбиҙәре ИГИЛ боевиктарын юҡ итеү өсөн һуғыш алып барҙы һәм быға өлөшләтә өлгәштеләр ҙә инде. Үткән аҙнала Сүриә армияһы илдең мөһим ҡалаларының береһе булып иҫәпләнгән  Пальмираны боевиктарҙан азат итте. Был ҙур еңеү булып тора. Сүриә армияһы боевиктарҙы көндән-көн нығыраҡ ҡыҫырыҡлай бара. Күп дәүләттәр бөгөн Сүриә армияһына теләктәшлек белдерә. Тик АҠШ һәм Бөйөк Британия ғына әллә ни һөйөнөс белдермәй. Сүриә Ҡораллы Көстәренең Рәсәй хәрбиҙәре ярҙамында уңышҡа өлгәшеүен күрмәмешкә һалышалар. Тик алтынды нәжескә буярға маташып ҡына уның бәҫен төшөрөп булмаясаҡ.
Бандит иреккә сығарылырмы?
АҠШ тигәндән, үткән аҙнала Мәскәүгә эш сәфәре менән Дәүләт секретары Джон Керри килеп ҡайтты. Илебеҙ етәксеһе Владимир Путин, сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашыуы барышында Сүриәләге һәм Украиналағы хәл-ваҡиғалар тикшерелде. Сүриәлә һиллек урынлаштырыу, илде боевиктар ҡалдырып киткән мина-шартлатҡыстарҙан таҙартыу һәм һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе бөтөрөү өсөн ярҙам талап ителә. Был йәһәттән илебеҙ Сүриәне яңғыҙ ҡалдырмаҫы билдәле. Боронғо, тарихи ҡомартҡы булып иҫәпләнгән, тыныс осорҙа меңәрләгән туристы үҙенә йәлеп иткән Пальмира ҡалаһын тергеҙеүҙә һәр ил ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тейештер. Һүҙ ошо хаҡта ла булды. Украина мәсьәләһенә килгәндә, Джон Керри Путиндан "Айдар” каратель отряды боевигы, Рәсәй тележурналистарын үлтереүҙә ғәйепләнеүсе Надежда Савченконы иреккә сығарыуҙы һораны. Әлегә иһә илебеҙ етәксеһе был хаҡта аныҡ ҡына бер нимә лә әйтмәне. Билдәле булыуынса, Н.Савченко ҡылған енәйәттәре өсөн суд ҡарары менән 22 йылға иркенән мәхрүм ителде. Украина киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Савченконы Украинала ҡулға алынған Рәсәй граждандары - Александр Александров менән Евгений Ерофеевҡа алыштырыу тураһында хәбәр таралған. Әммә илебеҙ Президентының матбуғат секретары был имеш-мимеште кире ҡаҡты. Шулай булғас был хаҡта һүҙ ҡуйыртыу урынһыҙ.  
"Азатлыҡ утрауы” АҠШ йоғонтоһонан азат
АҠШ Президенты Барак Обаманың Кубаға ике көнлөк эш сәфәре донъя матбуғат сараларының иғтибар үҙәгендә булды. Ни тиһәң дә 90 йыл һуҙымында АҠШ етәкселеге был күрше дәүләткә аяҡ баҫҡаны булмай. Һуңғы 60 йыл һуҙымында иһә был ике күрше дәүләт эт менән бесәй кеүек йәшәне. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа мөнәсәбәт бер ни тиклем ыңғай яҡҡа үҙгәрә төштө. 2014 йылда тәү башлап Барак Обама Кубаға "дуҫлыҡ” тәҡдим итте. Барак Обама Куба лидеры Рауль Кастро менән осрашыуы барышында ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу хаҡында һүҙ алып барҙы. Ә бына Куба етәксеһе АҠШ ярҙамынан баш тартты. Ҡарт булһа ла, Куба революцияһы лидеры Фидель Кастро ла халыҡты АҠШ ярҙамына өмөт итмәҫкә саҡырған. Шулай итеп, ут күрше булып та, бер-береһен дошман күргән был ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәр ҡапыл ғына ыңғайланып китере бик икеле. "Азатлыҡ утрауы”ның АҠШ-тан азат булып ҡалғыһы килеүе ярылып ята.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.