Трамп НАТО-ны бөтөрөрмө?
17 января 2017 йыл | Сәйәсәт

Обама командаһы аптырата
Билдәле булыуынса, АҠШ-тың яңы һайланған Президенты Дональд Трамп 20 ғинуарҙа рәсми рәүештә үҙ вазифаһын башҡара башлаясаҡ. Барак Обама командаһы тулыһынса отставкаға китә. Китер алдынан изгелек эшләп ҡал, тиҙәр ҙә бит, Барак Обама ла, уның командаһы ла тап киреһенсә эшләй. Айырыуса илебеҙгә ҡарата сәйәсәтендә. Илебеҙгә ҡарата йәнә бер санкция иғлан итеү, Сүриәлә барған ИГИЛ боевиктарына ҡаршы көрәште танымаҫҡа маташыу, Украина милләтселәрен яҡлашыу, Европа илдәрендә НАТО көстәрен урынлаштырыу, илебеҙ етәксеһе Владимир Путинға яла яғыу булһынмы, хатта һуңғы һайлауҙар мәлендә Хиллари Клинтондың түгел, ә Дональд Трамптың еңеп сығыуында ла илебеҙ ғәйепле булып сыға. Йәнәһе лә уларҙың разведкаһына (ФБР, ЦРУ) илебеҙ хакерҙары атака яһап, уларҙың системаһын зарарлаған имеш. Быны ла ысынбарлыҡ тип әйтеп булмай. Сөнки донъяла иң ҙур бюджеты булған был разведка идаралыҡтары системаһына ябай хакерҙар ғына үтеп инә ала буламы һуң инде. Төптө яла яғыу был.
  АҠШ-тың ҡара тәнле тәүге президенты  властан күҙ йәштәре аша китә. Үҙенең тыуған ҡалаһы булып иҫәпләнгән Чикагола һигеҙ йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһарға маташып ҡараны. Күрәһең, күңеле нескә генәлер, сығыш яһап торғанда бер нисә тапҡыр күҙ йәштәрен дә һөртөп алды. Ә бына уның төп ярҙамсыларының береһе булып иҫәпләнгән, АҠШ-тың оборона министры Эштон Картер үҙенең етәксеһенән дә арттырып ебәрҙе: Рәсәй Сүриәлә ИГИЛ боевиктарына ҡаршы бер ни ҙә ҡылманы, тип әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр һөйләргә лә тартынманы. Ә бит илебеҙҙең көс структуралары Сүриәнең байтаҡ өлөшөн ИГИЛ боевиктарынан азат итеп, халыҡты тыныс тормошҡа ҡайтарҙы.
Европа сәйәсәте үҙгәреш кисерәсәк
Дональд Трампҡа килгәндә инде, әле ул Рәсәй яҡлы булып күренергә тырышһа ла, күңелендә нимә ятыры билдәһеҙ. Дөрөҫ, ул бер нисә тапҡыр илебеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау, санкцияларҙы бөтөрөү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Ә бына уның НАТО-ны "иҫкергән орган” тип атауы күп кенә Европа илдәре етәкселәрен аптырашта ҡалдырҙы. Был инде уның Барак Обама алып барған сәйәсәтте бөтөнләй хупламауына ишара. Обама бит, киреһенсә, НАТО көстәрен Рәсәй сиктәренә яҡынайтыу сараһын күрҙе. Трамптың НАТО-ны "иҫкергән орган” тип атауында ла дөрөҫлөк бар. Был альянсҡа ҡаршы булдырылған "Варшава килешеүе” (16 ил керә ине) СССР тарҡалғанға тиклем үк бөтөүгә дусар булды. Шулай булғас НАТО көстәре ни өсөн кәрәк? Рәсәйгә әленән-әле янап торорға, йә булмаһа Яҡын Көнсығыш илдәрендә, Афғанстанда көрәш алып барыу өсөн түгелдер. Ошо йәһәттән ҡарағанда Трамптың сәйәсәте өҫтөнлөклө күренә. Уның Германия канц-леры Ангела Меркелде тәнҡитләп, ул алып барған миграция сәйәсәтен "катастрофик хата” тип атауы ҙур мәғәнәгә эйә. Тимәк, Трамп Европала ла үҙ сәйәсәтен ныҡлы алып барасаҡ. Бәлки, Украинаны ла бер ни тиклем ауыҙлыҡлауға өлгәшер. Юғиһә бит Петр Порошенко Барак Обама командаһынан һәр саҡ яҡлау табып, илебеҙгә һөсләтеү сараһын табып килде.
Әйткәндәй, 16 ғинуарҙа Барак Обаманың Украина буйынса төп ярҙамсыһы Джо Байден Киевҡа килде. Уның килеүенең төп маҡсаты нимәнән ғибәрәт һуң тигән урынлы һорау тыуа. Командаһы китергә дүрт көн ҡалған, ә ул Украинаға ярҙамсыһын ебәреп ята. Әлбиттә, хушлашыр алдынан бер-береһенә ярҙамдары өсөн бүләк тапшырышыр, йә булмаһа берәй миҙал тағышыу өсөндөр. Ни өсөн тигәндә, Дональд Трамп власҡа килгәндән һуң Украинаға бындай ярҙам өмөт итеү урынһыҙ буласаҡ. Германия, Франция, Бөйөк Британия кеүек илдәр ҙә Украинаға башҡа төрлө ҡарай башлар тип көтөлә.
Литва сиктәш булғыһы килмәй
Элекке союздаш республикаларыбыҙҙың береһе булған Литва ла ныҡлы рәүештә Көнбайыш Европа илдәре сәйәсмәндәре ҡурайына бейей. Эйе, СССР-ҙан иң беренсе булып айырылып сыҡҡан Балтик буйы илдәре күптән инде Рәсәйҙе яратмай. Билдәле булыуынса, Литва айырым утрау рәүешендә Европа илдәре араһында тороп ҡалған Калининград өлкәһе менән сиктәш. Сик һыҙаты 135 километрға һуҙыла. Вильнюс етәкселеге ошо сик һыҙатын бейек ҡойма менән тоторға (Ҡытай стенаһы кеүек инде) самалай. Ил бюджетына был ҡойма 3,6 миллион евроға төшәсәк. Калининград өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Антон Алиханов: әйҙә тотһондар, тик төҙөлөш материалын беҙҙән һатып алһындар, үҙҙәренең төҙөлөш материалы юҡ бит, тип белдергән.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.