Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы
21 марта 2017 йыл | Сәйәсәт, Йәмғиәт

Район хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы майҙанда ла тантаналы митинг һәм ауыл хужалығы йәрминкәһе булды. Митингыла яҙмыштары Ҡырым Республикаһы менән бәйле булған Зөһрә Демидова, Валентина Плеско, Зәйтүнә Зәйнешева, Зиннур Ғафаровтар сығыш яһаны, Ҡырымдың үҙҙәре өсөн дә, илебеҙ өсөн дә ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләнеләр. Район мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу сығышы митингыла ҡатнашыусыларға байрам кәйефе бүләк итте.
Ауыл хужалығы йәрминкәһе лә гөрләп барҙы. Яңы Бурлы ауылынан Мырҙағоловтар һарыҡ ите һәм ҡаҙылыҡ менән сауҙа итте. Аҡкүл ауыл советына ҡараған Войновка ауылынан Земченколар ҙа ит алып килгән. "Восход” ауыл хужалығы предприятиеһы осһоҙ хаҡҡа бойҙай, арпа, һоло, көрпә, ҡатнаш аҙыҡ алып килгәйне. "Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте, "Фомин” шәхси предприятиеһы икмәк-ҡалас ризыҡтары, Красноусолдан Марат Солтанов бал, Йөҙимәндән Рәмзилә Әбсәләмова бал һәм һөт ризыҡтары менән сауҙа итте. "Ғафури һөтө” ҡулланыусылар йәмғиәте лә (Бурлы ауылы) һөт (литры 33 һум), көнбағаш майы, шәкәр ҡомо алып килгән. "Алтын башаҡ” йәмғиәте лә һатып алыусыларға үҙ тауарҙарын тәҡдим итте. Ғөмүмән, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы уҙғарылған сара бик күркәм һәм йәнле үтте.
Наил ЛАТИПОВ
фотолары һәм тексы.