Шәреҡ илдәре сәйәсәтте билдәләйме?
21 марта 2017 йыл | Сәйәсәт

Көтөлмәгән хәл булманы
Дональд Трамп вазифаһына һайланғандан һуң, рәсми рәүештә тәүге тапҡыр Германия канцлеры Ангела Меркель менән осрашты. АҠШ Президенты Германия канцлерының миграция сәйәсәтендә ҙур хата ебәреүен тәнҡит утына тотҡайны. Шуға ла уларҙың осрашыуы нисек буласағын аналитиктар төрлөсә юраны. Әммә көтөлмәгән хәл булманы. Ни тиһәң дә АҠШ менән Германия күптәнге союздаштар. Осрашыу барышында Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау, Украина, Сүриә, Афғанстандағы хәл-ваҡиғалар тикшерелде. Дональд Трамп Германиянан НАТО-ға иғәнә индереүҙе арттырыуҙы талап итте. "Альянста ағза булып торған һәр ил үҙ хәүефһеҙлеге өсөн бер үк күләмдә иғәнә индерергә тейеш. Юғиһә, быға тиклем АҠШ һалым түләүселәре барыһы өсөн дә түләп килде. Был ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк", - тине АҠШ-тың яңы Президенты. Әлбиттә, бындай алым Европа илдәре етәкселәренә оҡшап етмәй. Осрашыу барышында Европа Союзы яҙмышы ла тикшерелде. Билдәле булы-уынса, Бөйөк Британияла ЕС-тан сығыу буйынса референдум булып үтте һәм был ил киләсәктә союздан сығыу буйынса эш алып бара. Ә бына Бөйөк Британия составындағы Шотландия, Төньяҡ Ирландия иһә ЕС составында ҡалыу яҡлы. Был ике ил киләсәктә Бөйөк Британиянан сығыу буйынса ҡайтанан референдум уҙғарыу яҡлы. Тик Бөйөк Британия Премьер-министры Тереза Мэй быға ҡырҡа ҡаршы.
АҠШ Азияға уҡтала
АҠШ-тың яңы Дәүләт секретары Рекс Тиллерсон Азия илдәрендә эш сәфәре менән йөрөп ҡайтты. Япония, Көньяҡ Корея, Ҡытай кеүек илдәрҙә булып, АҠШ-тың был төбәккә ҙур өмөт бағлауын күрһәтте. Был төбәктә бөгөн тыныс түгел. Көньяҡ Кореяла Президент Пак Ким Хеға ышанмаусанлыҡ күрһәтелеп, властан ситләтелгәндән һуң, был илдә ыҙғыш ҡупты. Бер яҡта - был ханымды яҡлаусылар, икенсе яҡта - уны властан ситләтеүселәр. Бәрелеш һөҙөмтәһендә ҡорбандар ҙа булды. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ын етәкселегендә сираттағы ядро һынауы уҙғарылды. Рекс Тиллерсондың эш сәфәре ошондай көсөргәнешле ваҡытҡа тура килде. КХДР-ҙың көслө ядро ҡеүәтенә эйә илгә әүерелә барыуы Япония менән Көньяҡ Кореяны ғына түгел, союздашы булған Ҡытайҙы ла хәүефкә һалмай ҡалмай. Рекс Тиллерсон белдереүенсә, киләсәктә был илгә ҡарата сәйәси-иҡтисади, хатта хәрби баҫым яһау талап ителеүе бар. Көньяҡ Кореяла сағында ул ошо хаҡта белдерҙе. Президент вазифаһын башҡарыусы Хвон Ге Ан менән осрашыуы барышында илде сәйәси көрсөктән сығарыу юлдары тикшерелде.
Ҡытайҙа сағында Рекс Тиллерсон Си Цзиньпин менән осрашты һәм ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тикшерҙе. Дональд Трамп, президент булып һайланмаҫ элек үк, Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоп өлгөргәйне. Ул Тайвань лидеры Цай Инвэнь менән осрашыуы барышында был илде үҙаллы итеп күргеһе килеүе хаҡында белдергәйне. Ә Ҡытай етәкселеге Тайванде бер провинция тип кенә ҡарай һәм уның айырылып сығыуын һис теләмәй. Рекс Тиллерсондың Трамптың ошо хатаһын "төҙәтеп” йөрөүе лә инде. Ул Си Цзиньпинды АҠШ-ҡа рәсми эш сәфәре менән килергә лә саҡырҙы. Тимәк, яҡын киләсәктә АҠШ менән Ҡытай лидерҙары осрашыуы ихтимал. Ошо яҡтан ҡарағанда АҠШ-тың яңы етәкселеге Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйлауға ҡарағанда ла Ҡытайҙы өҫтөнөрәк күреүе күҙгә ташлана. Күрәһең, эшҡыуар Трамп Ҡытай иҡтисадынан да файҙа күрмәксе итә.
Израилдең үҙ мәнфәғәте
АҠШ Азияға ынтылған бер мәлдә, илебеҙ етәкселеге лә был йүнәлештә эш алып бара. Израиль Премьер-минисры Биньямин Нетаньяхуҙың Мәскәүгә эш сәфәре менән килеүе шуның бер дәлиле. Дөрөҫ, Израиль премьеры Мәскәүгә тиклем башта Вашингтонда булырға өлгөрҙө. Яҡын Көнсығыш илдәрендә Израилдең үҙ позицияһы бар. Был ил Рәсәйҙең Иран һәм Сүриә менән дуҫлашыуын бик өнәп етмәй. Израиль сөнни мосолмандары менән бер тиклем мөнәсәбәттә торһа ла, шығый мосолмандарын (башлыса Иран) ҡан дошман иҫәпләй. Әле иһә Израиль етәкселеге Гран ҡалҡыулығы өсөн борсола. Сөнки бында Иран хәрбиҙәре урынлашҡан. Биньямин Нетаньяху ош ҡалҡыулыҡҡа Рәсәй хәрбиҙәренең урынлашыуын һорай ҙа инде. Израиль премьеры Рәсәйҙә йыш ҡына булып тора.  Ә бына Төркиә Премьер-министры Тайып Эрдогандың Мәскәүгә килеүе лә ҙур сәйәси ваҡиға булып торҙо. Сүриә күгендә Рәсәй хәрби самолетын Төркиә хәрбиҙәре бәреп төшөргәндән һуң Мәскәү менән Анкара араһында "ҡара көндәр” башланған ине. Хәҙер иһә хәл яйлана бара. Осрашыу барышында ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте яйға һалыу, Сүриәләге һуғыш хәлдәре тикшерелде.
Молдова ярҙам һорай
Рәсәй Молдова менән дә хеҙмәттәшлекте нығыта. Бында ил етәкселегенә Рәсәйгә ыңғай ҡарашта булған Игорь Додон килгәндән һуң мөнәсәбәттәр бөтөнләй үҙгәрҙе. Юғиһә, 2009-2016 йылдар арауығында Молдова менән эт менән бесәй кеүек йәшәнек тип әйтергә була. Игорь Додон иһә быйыл 17 ғинуарҙа ғына Мәскәүҙә булып киткәйне. Үткән аҙнала тағы ла Владимир Путин менән Мәскәүҙә осрашты. Йәш Президент илебеҙҙән ярҙам да һорай. Ни өсөн тигәндә, уның Мәскәүгә тартылғанын күреп, Румыния ла, ЕС етәкселеге лә ярҙамдан баш тарта. Ә ил иҡтисады ҡаҡшаған. Шуға ла ошо төбәктә союздаш булдырыу өсөн булһа ла, илебеҙ Молдованы ярҙамынан ташламаҫ, тип көтөлә.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.