Ҡанлы һәм шанлы йылдар
21 марта 2017 йыл | Сәйәсәт

Быйыл 1917 йылдағы Февраль буржуаз революцияһына 100 йыл тулып үтте. Ошо революциянан һуң, 1917 йылдың 2 мартында Ваҡытлы Хөкүмәт ойошторола, батша Николай II тәхеттән үҙ теләге менән баш тарта. В.И.Ленин етәкселегендәге Рәсәй социаль-демократик эшселәр партияһы йәшерен хәлдән сығып, революцияны артабан үҫтереү, влас-ты ҡулға алыу өсөн ныҡлы көрәш башлай.
Милли мәсьәлә буйын-са большевиктарҙың үҙ программаһы булған.  1917 йылдың апрелендә уҙған Бөтә Рәсәй конференцияһында улар Рәсәйҙәге милләттәргә үҙаллы үҫеш өсөн мөмкинлек булдырыласағы хаҡында белдергән. Был инде башҡорттарҙың мәнфәғәтенә тура килгән һәм яңылыҡты күпселек халыҡ шатланып ҡабул иткән. Шуға ла башҡорттар 1917 йылдың июль айында беренсе ҡоролтай йыйып, милли власть органдары ойошторорға тигән ҡарарға килә. Бер ай үтеүгә, 25 августа икенсе Башҡорт ҡоролтайы үтә. Унда автономия иғлан итмәксе булалар, әммә килеп сыҡмай.
1917 йылдың 25 октябрендә социалистик революция еңеп, Ваҡытлы Хөкүмәт властан алып ташлана. 1917 йылдың декабрь айында III Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы үтә һәм унда иғлан ителгән Башҡортостан автономияһы раҫлана. Әммә йәш Совет Хөкүмәте был автономияны танымауын белдергән. Ошо ваҡиғаларҙан һуң илдә Граждандар һуғышы башланып китә. Иғлан ителеү менән милли автономияны ғәмәлгә ашырып булмағанын Башҡорт Хөкүмәте яҡшы аңлаған. Шуға ла Совет Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеп, автономияны раҫлатырға уйлаған. 1918 йылдың ғинуар айында Башҡорт Мәркәз шураһы рәйесе Шәриф Манатов Владимир Ленин менән һөйләшер өсөн Петербургҡа барған. Әммә В.Ленин Башҡорт автономияһын таныуҙан баш тартҡан һәм Шәриф Манатовты башҡорт эштәре менән шөғөлләнеүҙән ситләткән.
Башҡорт Хөкүмәте Ырымбур ҡалаһында ойошоп, шунда эш иткән. Аҡтар килһә лә, ҡыҙылдар килһә лә әһәмиәт бирмәй, үҙ эшен дауам иткән. 1917 йылдың октябрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы Дутов ҡулында була. Ә 1918 йылдың ғинуарында Ырымбурҙы Ҡыҙыл гвардия частары алғас та, Башҡорт Хөкүмәте ҡаланан китмәгән. 1918 йылдың февраль айында Мосолман Мәркәз шураһы тәҡдименә таянып, ҡыҙылдар Башҡорт Хөкүмәтен ҡулға алған һәм төрмәгә япҡан.  Башҡорттар быны хыянатҡа тиңләп ҡабул иткән һәм хәл бик киҫкенләшкән. Шундай көсөргәнешле мәлдә, 1918 йылдың апрель айында атаман Дутов Ырымбурға сапҡын яһаған ваҡытта Зәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт Мәркәз шураһы һәм Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын төрмәнән ҡотҡарған. Ә 1918 йылдың яҙ һәм йәй көндәрендә Башҡортостан ерендә аҡтар менән ҡыҙылдар араһында ҡанлы һуғыштар башланған. Башҡорт Хөкүмәте Силәбегә күсенергә мәжбүр булған һәм ошондағы аҡ чехтар менән бәйләнешкә ингән. Әммә аҡтар ҙа Башҡорт автономияһын тупаҫ инҡар иткән. 1918 йылдың ноябрь айында Колчак Омск ҡалаһында үҙен "Рәсәй дәүләтенең юғары хакимы” тип иғлан иткән һәм "Бөйөк Рәсәй”ҙе тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Колчак "берҙәм һәм бүленмәҫ” Рәсәйҙә һис бер автономияға урын булмаясағын белдергән. Шуға ла Башҡорт Хөкүмәтенә Совет Хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Шулай итеп, 1919 йылдың ғинуар айында Башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сығыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Тик 1919 йылдың 18 февралендә генә тулыһынса ҡыҙылдар яғына сыға алалар һәм автономия хаҡында һөйләшеүгә мөмкинлек тыуа.
1919 йылдың 20 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы "Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы хаҡындағы килешеүе”нә ҡул ҡуйыла. БАССР Бәләкәй Башҡортостан сигендә төҙөлөп, уның баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлаша. Шулай итеп, Рәсәйҙе федератив ҡоролошло иткән тәүге автономиялы республика барлыҡҡа килә һәм уның тарихи әһәмиәте бик ҙур.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН әҙерләне.