Йәнә шартлау. Был юлы Санкт-Петербургта
07 апреля 2017 йыл | Сәйәсәт

Париж, Брюссель ҡалаларында, Сүриә, Ливия илдәрендә  булып үткән теракттарҙан арынып та өлгөрмәнек, Санкт-Петербург ҡалаһындағы теракт барыһын да тетрәндерҙе. Эйе, белгестәр был шартлауҙың теракт булыуын иҫбатланы, уның кем тарафынан ғәмәлгә ашырылыуын да асыҡланылар. Ҡот осҡос был енәйәтте Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында тыуып үҫкән 22 йәшлек егет атҡарған, ул яңыраҡ ҡына Рәсәй гражданлығы алған булған.  Владимир Путиндың тап ошо мәлдә Санкт-Петербургта булыуын осраҡлы күренеш тип кенә ҡарау дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине. Тимәк, террорсылар уның ошо ҡалаға килеүен көткән тигән һүҙ. Илебеҙ етәксеһе "Бөтә Рәсәй халыҡ фронты” медиафорумында ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа килгән булған. Тик шуныһы аптырата ла, ғәжәпләндерә лә, аэропорт, вокзал, метроларҙа хәүефһеҙлек сараһы күреү өсөн ил бюджетынан миллиондарса һум аҡса йәлеп ителә, заманса турникеттар, металлодетекторҙар алып ҡуйыла, ә һөҙөмтәһе күренмәй. Террорсыларҙың көпә-көндөҙ халыҡ күп йөрөгән ошондай объекттарға бомба менән иркен үтеп инә алыуы хәүефкә һала. Дөрөҫ, шартлау яңғырағандан һуң һәр урында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡуштылар. Хәүефһеҙлек  тәьмин итеүселәр һәр ваҡыт көсәйтелгән режимда эшләргә тейеш түгелме ни, тигән урынлы һорау тыуа. Юғиһә, шартлау яңғыраған ваҡытта ғына көсәйтелгән режимда эшләйбеҙ ҙә, бер аҙҙан ғәҙәти эш көнөнә күсәбеҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Санкт-Петербург халҡының кеше ҡайғыһына битараф түгеллеге, берҙәмлеге, ауыр хәлдә ҡалғандарға тиҙ арала ярҙамға ашығыуы һоҡландырҙы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та Санкт-Петербургта һәләк булғандарҙың, ҡаза күреүселәрҙең ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
Ил халҡын тетрәндергән бындай шартлауҙар бер ҡасан да булмаһын ине.
С.Тимеров.