Сәйәси күҙәтеү
11 апреля 2017 йыл | Сәйәсәт

Обаманан айырылмай
4 апрелдә Сүриәнең Идлиб провинцияһы Хан-Шәйхун ҡалаһында химик ҡорал ҡулланыла. Һөҙөмтәлә, һигеҙ тиҫтә самаһы тыныс халыҡ, шул иҫәптән тиҫтәнән ашыу бала һәләк була. Химик ҡорал ҡулланыу БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы тарафынан тыйылған. АҠШ разведкаһы химик ҡоралды Бәшәр Әсәд армияһы ҡулланған тип бара һәм шул сәбәпле 7 апрелдә  Шайрат хәрби аэродромын бомбаға тотто ла инде. Бер ниндәй тикшереү алып бармайынса суверенлы дәүләт биләмәһен утҡа тотоу көслө тарафынан көсһөҙгә ҡарата ҡулланылған агрессия булып тора. Ошоноң менән АҠШ Президенты Дональд Трамп үҙенең ысын йөҙөн асып һалды ла инде. Юғиһә, ул власҡа килгәс Рәсәй менән мөнәсәбәттәр яҡшырыр тип юрағандар ине. Хатта Дума депутатының береһе һайлауҙа уның еңеүе хөрмәтенә үҙ иҫәбенә банкет ойоштороп та ил халҡын ҡыуандырмаҡсы булды. Ошо юлдарҙың авторы шул саҡта: "АҠШ-та власҡа кем килһә лә, океан аръяғындағы ил Рәсәй өсөн дуҫ булмаясаҡ”,- тип үҙ фекерен белдергән ине. Юрағандар юш килгәнгә оҡшай. Дональд Трамп өс ай самаһы ғына Сүриәгә лояль ҡарашта булды, Рәсәйҙе бергәләшеп халыҡ-ара террорға ҡаршы көрәшергә саҡырҙы. Бер көн эсендә генә үҙ фекерен 180 градусҡа үҙгәртте лә ҡуйҙы миилиардер Президент. Донъялағы иң ҡеүәтле ил етәксеһе ошондай юлға барырға тейеш түгелдер. Ҡайһы бер матбуғат саралары АҠШ-тың сәйәси көстәре Дональд Трамп командаһына төрлө яҡлап баҫым яһанылар, шул сәбәпле ул Рәсәйҙең союздашы булған Сүриәне бомбаға тотто, тип баралар. Ҡайһылай ғына булмаһын, ошондай яуаплы вазифалағы кешенең үҙ аҡылы, үҙ фекере булырға тейештер. Һөскөрткән береһенең ыңғайына ғына торһа, белмәйем, артабан нисек булыр. Унан килеп, осраҡлылыҡтар күп булыуы ғәжәпкә һала. АҠШ-тың элекке Президенты Барак Обама: "Сүриәлә химик ҡорал була ҡалһа, ҡаты сара күрәсәкбеҙ”,- тип әйтеүенән күп тә үтмәй, унда халыҡты газ менән ағыулауҙары асыҡланды. АҠШ-тың Сүриәлә хәрби операцияһы ошо ваҡиғанан һуң башланды ла инде. Ошонан һуң Рәсәй тәҡдиме менән Сүриәләге химик ҡоралды юҡ итеү буйынса халыҡ-ара комиссия эшләне. Был хәл 2013 йылда булды. Һуңынан Барак Обамаға Сүриәләге химик ҡорал тулыһынса юҡ ителде, тип рапорт бирҙеләр. Ошо эш менән шөғөлләнеүселәр "тыныслыҡ урынлаштырғандары өсөн” Нобель премияһы ла алды. Бәс, улар Барак Обаманы ла, донъя йәмәғәтселеген дә алдағандар булып сыға түгелме һуң? Әйткәндәй, Барак Обама  үҙе лә тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы лауреаты булды. Хәҙер килеп Дональд Трамп уның "геройлығын” ҡабатламаҡсы итә. Тағы ла бер нимәгә иғтибарҙы йәлеп итмәй булмай – Сүриәлә ИГИЛ боевиктарына (Рәсәйҙә тыйылған) ҡаршы көрәш алып барыу маҡсатында рәсми Дамаск режимына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Бәшәр Әсәдте дошмандары ла ошондай ауыр хәлгә ҡуйырға мөмкин. Шул уҡ рәсми Тәһран (Ирандың баш ҡалаһы) өсөн Сүриәләге һуғыштың дауам иттерелеүе уңайлы. Граждандар һуғышы тамамланыуы Бәшәр Әсәдтең үҙе өсөн дә вазифаһынан ҡолаҡ ҡағыу, тигән һүҙ. Ә былай Дамаск менән Тәһран өсөн һуғыш барыуы уңайлы. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу уңайлыраҡ бит. Европа Союзы илдәре иһә ошо төбәктән ҡасып китеүсе күскенселәрҙе үҙенә һыйындырыуҙан арына алмай. Бындай хәлгә ҡасан нөктә ҡуйылыр, әлегә билдәһеҙ.
Йәнә санкция менән янайҙар
Ошондай шарттарҙа бөгөн – 11 апрелдә АҠШ-тың Дәүләт секретары Рекс Тиллерсон Мәскәүгә килде. Үҙенең коллегаһы Сергей Лавров менән осрашыуы барышында ул Сүриә, Украиналағы хәлдәрҙе тикшерҙе. Әйтергә кәрәк, Дональд Трамптың Сүриәне бомбаға тоторға күрһәтмә биреүен Европалағы союздаштары хуплап ҡаршы алды. Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Борис Джонсон Рәсәй артабан да Бәшәр Әсәд режимын яҡлай ҡалһа, илебеҙгә ҡарата яңы санкциялар индереү кәрәклеген билдәләне. Рекс Тиллерсон да Сүриәне бомбаға тотоу дөрөҫ аҙым, тип бара. Шул уҡ ваҡытта ул илебеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау яғында. Ә бына АҠШ-тың БМО-лағы даими вәкиле Никки Хейли ханым менән Рекс Тиллерсондың Рәсәй буйынса фекер йөрөтөүҙәре ныҡлы айырыла.
 Визаһыҙ режим нимәгә алып килер?
Үткән аҙнала Европа Союзы парламенты Украина граждандары өсөн визаһыҙ режим индереүҙе хупланы. Ошоға ярашлы, Украина граждандары Европа илдәренә визаһыҙ инеп, унда 90 көн йәшәргә хоҡуҡ алды. Тик улар эшкә урынлаша ғына алмай. ЕС етәкселеге ошондай юл менән Украинаны үҙ яғына тулыһынса ауҙарып алмаҡсы. Ә бит бының кире һөҙөмтәләргә килтереүе лә ихтимал. Украинаның радикаль ҡарашлы милләтселәре (фашист идеяһын алға һөрөүселәр) Европа илдәренә асыҡтан-асыҡ үтеп инә башлаһалар, сираттағы низағ сығыуын көтөргә генә ҡала. Ә әлегә Европа Союзы етәкселеге мәрхәмәтле булып күренергә тырышып, демократия уйыны уйнай.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.