Ил етәксеһе ыңғай баһаланы
26 января 2018 йыл | Сәйәсәт

Ил етәксеһе ыңғай баһаланы
Ил етәксеһе ыңғай баһаланы24 ғинуарҙа Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин килде. Өфө аэропортында уны Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабич, Респуб-лика Башлығы Рөстәм Хәмитов,  БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рә-
йесе Константин Толкачев ҡаршы алды.
Өфөлә Президент «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен ҡараны, унда оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының гражданлыҡ тәғәйен-ләнешендәге юғары технологиялы продукция етештереү диверсификацияһы мәсь-
әләләре буйынса кәңәшмә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу уҙғарҙы. Шулай уҡ ул Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән айырым аралашты.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең иң ҡеүәтле предприятиеларының бе-реһе. Өфө берекмәһенең ил президентына күрһәтерлек ҡаҙаныштары, яңылыҡтары етерлек. 24 мең кеше эшләгән предприятие газ-турбина авиация двигателдәрен, вертолет техникаһын, нефть газ-сәнәғәте өсөн ҡоролмалар уйлап табыу, йыйыу, хеҙмәтләндереү буйынса махсуслашҡан. Бында «СУ» маркалы самолеттар өсөн турбореактив двигателдәр, «КА», «МИ» вертолеттары өсөн кәрәкле деталдәр йыйыу сериялы рәүештә алып барыла. Өфө заводы бишенсе быуын «СУ» истребителдәре өсөн двигателдәрҙе проектлаусы булып тора. Предприятиела яңы өлгөләр уйлап табыуға ла, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә лә иғтибар көслө.
Әммә эшселәрҙең Владимир Путин менән әңгәмәһе маҡтау-хуплауҙарҙан алыҫ торҙо. Һүҙ көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында барҙы. Ипотека проценттарын кәметеү, медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу һәм оборона комплексының киләсәге, заказдар. Владимир Путин белдереүенсә, өс йылдан оборона сәнәғәте продукцияһына заказдар кәмеүгә китәсәк. Ошо юҫыҡты граждандар продукцияһы менән тулыландырырға мөмкин. Һүҙ 90-сы йылдарҙағы һымаҡ һауыт-һаба, кәстрүл, таба сығарыу хаҡында бармай. Оборона сәнәғәтенең базаһы көслө, ошо ҡеүәтте юғары технологиялы граждандар техникаһы етештереүҙә ҡулланырға була. Мәҫәлән, пилотһыҙ осоу аппараттары. Тик эш системалы барырға тейеш, тине Владимир Путин.
Владимир Путин белдереүенсә, ипотека ставкалары иҡтисад нығынған һайын түбәнәйә бара. Ипотека буйынса айы-рым программалар ҙа бар. Мәҫәлән, икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн 6 процентлыҡ ставка менән торлаҡ кредиты ҡаралған, тине Владимир Путин. Президент Башҡортостан етәкселегенең  беренсе бала өсөн 300 мең һум түләү тураһында башланғысын да мөһим тип баһаланы.
Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашыуы барышында республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, 2017 йылды уңышлы тамамлау, төбәктә эш хаҡының 3,4 процентҡа артыуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ нефть-химия тармағындағы инвес-тиция проекттары хаҡында ла һүҙ булды.
Владимир Путин Өфөләге Беренсе собор мәсетендә булды. Был мәсет 1830 йылда төҙөлгән һәм республикала иң боронғо дини үҙәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Президент Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы барышында дини уҡытыу, мәсеттәр һаны менән ҡыҙыҡһынды һәм был тәңгәлдәге эшмәкәрлекте ыңғай яҡтан билдәләне. Дөйөм алғанда, Владимир Путин республикалағы хәл-торошто ыңғай баһаланы.